Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 11:9 - Инжил

9 Шулай булғас, һеҙгә әйтәм: һорағыҙ – һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ – һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һәм һеҙгә асырҙар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Шулай булғас, һеҙгә әйтәм: һорағыҙ – һеҙгә бирелер; эҙләгеҙ – табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һеҙгә асырҙар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 11:9
40 Iomraidhean Croise  

Доға ҡылғанда нимә һораһағыҙ ҙа, ышанһағыҙ, ҡабул булыр, – тип яуапланы Ғайса.


Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән? – Беренсеһе, – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығына һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк.


Әммә һеҙгә шуны әйтәм: Сөләймән батша, үҙенең бөтә мөһабәтлелегенә ҡарамаҫтан, сәскәләрҙең береһе кеүек тә кейенмәгән.


Шуға күрә һеҙгә әйтәм: доға ҡылғанда ни һораһағыҙ ҙа, алғанығыҙға ышанығыҙ – һәм һеҙгә бирелер.


Һеҙгә әйткәндәремде бөтәһенә лә әйтәм: уяу булығыҙ!


Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар.


Исемемде әйтеп нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙ данлы бөйөклөгөн Улы аша күрһәтер.


Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән нимә һораһағыҙ ҙа, Атам һеҙгә бирер.


Ә инде Миндә йәшәһәгеҙ һәм Минең һүҙҙәрем һеҙҙә йәшәһә, ул саҡта теләгәнегеҙҙе һорағыҙ һәм һеҙгә бөтәһе лә бирелер.


Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.


сабырлыҡ менән изге эш башҡарып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирәсәк,


Сөнки Алла: «Уңайлы ваҡытта һине ишеттем, һәм ҡотолоу көнөндә ярҙам иттем», – ти. Бына хәҙер уңайлы ваҡыт, ҡотолоу көнө.


Иманлы булмай тороп иһә Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш.


Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхимлелек һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу рәүештә барайыҡ.


Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын һәм уға бирелер, сөнки Алла бөтөнөһөнә лә йомартлыҡ менән, шелтәләмәйенсә өләшә.


Иман менән ҡылынған доға ауырыуҙы һауыҡтырыр, һәм Раббы уны аяҡҡа баҫтырыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылған булһа, Алла уны кисерер.


һәм Унан ни һораһаҡ та алырбыҙ, сөнки Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ, Уның күңеленә хуш килгән эштәр ҡылабыҙ.


Фиатирала йәшәгән башҡаларға иһә шуны әйтәм: һеҙгә, был тәғлимәтте тотмаған һәм „Иблистең тәрән серҙәре“ тип аталған нәмәләргә төшөнөп тормағандарға, бынан башҡа ауырлыҡ һалмам.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan