Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 11:42 - Инжил

42 Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ бөтнөктөң, рутаның һәм бөтөн баҡса йәшелсәһенең ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ, ә ғәҙеллеккә, Алланы яратыуға иғтибар итмәйһегеҙ. Быларҙы үтәргә һәм бүтән талаптарҙы ла ситтә ҡалдырмаҫҡа кәрәк ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

42 Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ бөтнөктөң, рутаның һәм бөтөн баҡса йәшелсәһенең ундан бер өлөшөн ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирәһегеҙ, ә ғәҙеллеккә, Алланы яратыуға иғтибар итмәйһегеҙ. Бына шуныһын эшләргә, шунан башҡаһын да онотмаҫҡа кәрәк ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 11:42
22 Iomraidhean Croise  

– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ, ә ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы – ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто – ситтә ҡалдыраһығыҙ. Быларҙы үтәргә һәм бүтән талаптарҙы ла онотмаҫҡа кәрәк ине.


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ ағартылған ҡәбер мәмерйәләре кеүек: тыштан улар матур булып күренә, ә эсе тулы мәйет һөйәктәре һәм төрлө шаҡшы нәмә!


Аҙнаһына ике тапҡыр ураҙа тотам, табышымдың ундан бер өлөшөн Һиңә бирәм».


Шуны беләм: һеҙҙә Аллаға ҡарата мөхәббәт юҡ!


Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашына нәфрәтләнһә, ул – ялғансы. Үҙе күргән имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan