Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 11:41 - Инжил

41 Һауыт-һабаларығыҙҙағы бар нәмәне фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта бөтә нәмә һеҙҙең өсөн таҙа булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

41 Һауыт-һабағыҙҙың эсендәген фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта һеҙҙең өсөн бөтә нәмә пак булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 11:41
37 Iomraidhean Croise  

Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам.


Һинән нимәлер һорайҙар икән, бир, бурысҡа алырға теләүсене лә буш итмә.


Сөнки ул уның йөрәгенә түгел, ә ҡарынына инә һәм сығарып ташлана! (Бының менән Ғайса бөтә ризыҡтың да хәләл булыуын белдерҙе.)


Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа, ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ.


Һеҙгә әйтәм: хаҡ булмаған донъяның байлығын, изгелек итеп, үҙегеҙгә дуҫтар булдырыу өсөн файҙаланығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, байлыҡтың файҙаһы бөткәс, мәңгелек йәшәү йорттарына ҡабул ителерһегеҙ.


Быны ишеткәс, Ғайса былай тигән: – Һиңә бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр.


Закхей иһә тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тигән.


Шунда ул йәнә: – Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама, – тигән тауыш ишетте.


Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһенең хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәүсе имандаштарына ярҙам ебәрергә булды.


Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм ярҙам итер өсөн, Иерусалимға ҡайттым.


Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.


Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә мохтаждарға ярҙам күрһәтер өсөн үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын.


Саф өсөн барыһы ла саф, ә иман тотмаған боҙоҡ кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саф нәмә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары ла, намыҫтары ла боҙоҡ.


Кешеләргә изгелек эшләүҙе һәм башҡалар менән уртаҡлашыуҙы онотмағыҙ – нәҡ шундай ҡорбандар Алла тарафынан хуплана.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған табыныу – бәләгә ҡалған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрләү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan