Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 11:4 - Инжил

4 Гонаһтарыбыҙҙы кисер, сөнки беҙ ҙә үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылған һәр кемде кисерәбеҙ. Беҙҙе һынауға дусар итмә, – тигән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, беҙ ҙә бит үҙебеҙгә яуызлыҡ ҡылған һәр кемде ғәфү итәбеҙ. Беҙҙе һынауға дусар итмә, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 11:4
31 Iomraidhean Croise  

Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән кисермәһәгеҙ, Күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай буласаҡ.


– Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!


Ғайса һүҙен дауам иткән: – Әйтәйек, һеҙҙең берегеҙ төн уртаһында дуҫына барып, унан: «Дуҫ! Миңә бурысҡа өс икмәк биреп тор әле,


Йәки Силоам манараһы ауып, уның аҫтында баҫылып үлгән ун һигеҙ кеше Иерусалимда йәшәгән бөтәһенән дә ғәйеплерәк ине тип уйлайһығыҙмы?


– Ни эшләп йоҡлап ятаһығыҙ? Тороғоҙ ҙа, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ! – тигән уларға Ғайса.


Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә.


Мин Һинән уларҙы донъянан алыуыңды түгел, ә Иблистән һаҡлауыңды үтенәм.


Һеҙ әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусарһығыҙ. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро, һәм Ул артабан да көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙы йырып сыға алыуығыҙ өсөн, уны үтеү юлын да күрһәтәсәк.


Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ. Мәсих һеҙҙе кисергән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе кисерегеҙ.


Ә Раббы тоғро, Ул һеҙгә ҡеүәт өҫтәр һәм һеҙҙе Иблистән һаҡлар.


Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең Күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.


Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөм өҫтөнән тантана итә.


Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул һәм һиңә тормош тажы бирермен.


Сыҙамлыҡ кәрәклеге тураһында Минең әйткән һүҙҙәремде һаҡлап тотҡанға күрә, ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтөн Йыһанға киләсәк һынауҙан Мин дә һине һаҡлап ҡалырмын.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan