Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 11:13 - Инжил

13 Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата Изге Рух бирәсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға Изге Рухты һис шикһеҙ бирәсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 11:13
30 Iomraidhean Croise  

Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын.


Шулай эшләп, һеҙ Күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, рәхимлеләр өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра.


Һеҙ кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен ғәфү итһәгеҙ, Күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә кисерер.


Бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендермәҫме ни, эй, һеҙ, имандары аҙҙар?


Был хаҡта мәжүсиҙәр ҡайғырта. Ә Күктәге Атағыҙ һеҙҙең быларҙың барыһына ла мохтаж икәнлегегеҙҙе белә.


Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата яҡшы нәмәләр бирәсәк.


Йәки йомортҡа һораған саҡта саян бирер?


Ғайса уларға: – Доға ҡылғанда былай тип әйтегеҙ: Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын, Һинең Батшалығың килһен.


Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырыусы Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаҫмы һуң? Оҙаҡҡа һуҙырмы ни?


Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.


– Һәр берегеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итеп Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ һәм Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.


Берәүҙең енәйәте арҡаһында шул кеше аша үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге байтаҡҡа ҙурыраҡ. Уны ҡабул иткәндәр бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк.


Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым.


Үҙ Улын йәлләмәйенсә, Уны бөтөнөбөҙ өсөн биргән Алла, Улы менән бергә башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә беҙгә бүләк итмәҫме?


Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan