Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 10:7 - Инжил

7 Үҙегеҙҙе ҡабул иткән өйҙә ҡалығыҙ, ни бирһәләр, шуны ашағыҙ һәм эсегеҙ, сөнки эшсе үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен алырға лайыҡлы. Ул төбәктә булған саҡта өйҙән-өйгә күсеп йөрөмәгеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Үҙегеҙҙе ҡабул иткән өйҙә ҡалығыҙ, ни бирһәләр, шуны ашағыҙ һәм эсегеҙ, сөнки эшсенең үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен алырға хаҡы бар. Ул төбәктә булған саҡта өйҙән-өйгә күсеп йөрөмәгеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 10:7
18 Iomraidhean Croise  

– Ҡайһы өйгә инәһегеҙ, үҙегеҙ ул ерҙән киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ, – тип һүҙен дауам итте Ул. –


Унда именлеккә лайыҡлы кеше йәшәһә, әйткән теләгегеҙ тормошҡа ашыр, әгәр лайыҡлы булмаһа – тормошҡа ашмаҫ.


Ниндәй өйгә инһәгеҙ ҙә, ул ерҙән киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ.


Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, ул беҙгә: – Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә инеп ҡунаҡ булығыҙ, – тине. Ул беҙҙе күндерҙе.


Үҙенең өйөнә алып килеп, ул уларға табын әҙерләне һәм Аллаға инаныуы өсөн бөтә ғаиләһе менән ҡыуанды.


Улар иһә, төрмәнән сыҡҡас, Лидиәнең өйөнә барҙы. Унда имандаштарын осратып, уларға өгөт-нәсихәт бирҙеләр һәм юлға сыҡтылар.


Өйрәнеүсе өгөт-нәсихәт биреүсеһе менән булған яҡшылығын уртаҡлашһын.


Өҫтәүенә, ялҡаулыҡҡа һалышҡанлыҡтан, өйҙән-өйгә йөрөргә әүәҫләнеп китә һәм ялҡаулыҡтан тыш ғәйбәт тарата, кеше эшенә ҡыҫыла, тейешһеҙ хәбәр һөйләй.


Тир түгеп эшләгән игенсе үҙенең хеҙмәт емешен беренсе булып алырға тейеш.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan