Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 10:42 - Инжил

42 ә бит бары бер генә нәмә кәрәк. Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

42 ә бит бары бер генә нәмә кәрәк. Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 10:42
36 Iomraidhean Croise  

Әгәр кеше бөтөн донъяға эйә булып, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа?


Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе булған. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңлаған.


Бер ваҡыт Ғайса ниндәйҙер урында доға ҡылған. Ул доға ҡылып бөткәндән һуң, шәкерттәренең береһе: – Хужам, Яхъя үҙенең шәкерттәрен өйрәткән кеүек, беҙҙе лә доға ҡылырға өйрәт әле, – тип һораған.


Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.


Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа, ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ.


Бай идарасыһын саҡырып ала: «Һинең турала нимәләр генә ишетмәйем! Үҙеңдең идаралыҡ эшмәкәрлегеңә иҫәп-хисап яһа, сөнки артабан минең хужалығыма идарасы була алмайһың».


Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Лазарь михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. –


Быны ишеткәс, Ғайса былай тигән: – Һиңә бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр.


Шулай итеп, нисек тыңлауығыҙға иғтибар итегеҙ: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның бар тип уйлағаны ла тартып алыныр.


Мәрйәм менән уның апаһы Марфа йәшәгән Вифания ауылында Лазарь исемле бер кеше ауырып китте.


унан ҡустыларын юғалтып ҡайғырған Марфа менән Мәрйәмде йыуатырға күп йәһүдтәр йыйылғайны.


Мәрйәм бер ҡаҙаҡ бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард майы алып, Ғайсаның аяҡтарына һыланы һәм үҙенең сәсе менән һөртөп алды. Өй эсе майҙың хуш еҫе менән тулды.


Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.


ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул Хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте.


Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Үҙенең хуплаулы тамғаһын Уға һалды, – тине.


Бөтөн мөлкәтемде ярлыларға өләшеп, маҡтаныу өсөн тәнемде үлемгә тапшырһам да, мөхәббәтем юҡ икән, миңә бынан бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan