Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 10:2 - Инжил

2 Шәкерттәренә Ул былай тигән: – Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Шәкерттәренә Ул былай тине: – Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 10:2
48 Iomraidhean Croise  

Күктәр Батшалығы иртән иртүк үҙенең йөҙөм баҡсаһында эшләтергә ялсылар ялларға сыҡҡан хужа кешегә оҡшаш.


Был сәфәргә сыҡҡан кешегә оҡшаш. Ул үҙ өйөн хеҙмәтселәренә ҡалдырып, уларҙың һәр ҡайһыһына тәғәйен эш ҡушып, ҡапҡа һаҡсыһына уяу торорға бойора.


Ғайса уларға: – Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ.


Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы.


Ғайса ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға бөтә ендәрҙе ҡыуып сығарырлыҡ, ауырыуҙарҙы дауаларлыҡ ҡеүәт һәм вәкәләт биреп,


Стефандың үлеменән һуң булған эҙәрлекләүҙәр һөҙөмтәһендә таралышҡан иман тотоусылар, йәһүдтәр алдында ғына вәғәз һөйләп, Финикия өлкәһенә, Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем барып етте.


Улар Раббыға хеҙмәт иткән һәм ураҙа тотҡан ваҡытта, Изге Рух: – Хеҙмәтемде башҡарыу өсөн Үҙем һайлап алған Варнава менән Савлды Миңә бирегеҙ, – тине.


Изге Рух тарафынан ебәрелгән Варнава һәм Савл Селевкия ҡалаһына килде, унан һыу юлы менән Кипр утрауына киттеләр.


Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.


Таралышҡан иман тотоусылар, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнөләр.


Алла Үҙ берҙәмлегендә тәүгеләрҙе – илселәр, икенселәрҙе – пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөләрҙе өйрәтеүселәр итеп ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән.


Әммә Алла мәрхәмәте менән мин илсе булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Беҙ иһә, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ.


Башҡалар, Ғайса Мәсихкә инаныуға ҡарағанда, үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра.


Мин мохтажлыҡ кисергәндә һеҙ ярҙамға ебәргән имандашым һәм хеҙмәттәшем, көрәштәшем Епафродитты кире ҡайтарыуҙы кәрәкле тип табам.


Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды.


Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө менән бергә көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.


Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Эпафрас та сәләм тапшыра. Һеҙ Алланың тулы ихтыярынса рухи йәһәттән үҫешкән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә ул.


Һеҙ иһә, имандаштар, беҙҙең ниндәй хеҙмәт һәм көс һалыуыбыҙҙы хәтерләйһегеҙ: һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен таратҡан саҡта, берегеҙгә лә ауырлыҡ һалмаҫҡа тырышып, көнө-төнө эшләнек.


Имандаштар, арағыҙҙа тырышып хеҙмәт итеүселәрҙе, берҙәмлек менән Раббы исеменән етәкселек итеүсе һәм өгөт-нәсихәт биреүселәрҙе хөрмәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ.


Тағы ла шул, имандаштар, Раббы хәбәре башҡа ерҙәрҙә лә һеҙҙәге кеүек үк тиҙ таралһын һәм ихтирам ителһен, тип беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ,


Беҙ, үҙебеҙ ынтылған тормошҡа өлгәшеү өсөн, бар көсөбөҙҙө һалып хеҙмәт итәбеҙ һәм көрәш алып барабыҙ, сөнки бөтөн кешеләрҙе, бигерәк тә иман юлындағыларҙы ҡотҡарыусы мәңге тере Аллаға өмөт бағлайбыҙ.


Һин бөтөн нәмәгә лә һиҙгер, ҡайғыларға түҙемле бул, Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүеңде дауам ит, хеҙмәтеңде камил рәүештә башҡар.


Ҡәҙерле дуҫыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ Филимонға һәм уның йортонда йыйыла торған имандаштар берҙәмлегенә, имандашыбыҙ Апфия ханыма, көрәштәшебеҙ Архипҡа Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Павелдан һәм имандашығыҙ Тимофейҙан хат.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Ефестағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Уң ҡулында ете йондоҙ Тотоусы һәм ете алтын шәмдәл араһында Йөрөүсе былай ти:


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan