Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 10:11 - Инжил

11 «Ҡалағыҙҙың аяҡтарыбыҙға ҡунған туҙанын да һеҙгә ҡағып ҡалдырабыҙ. Шулай ҙа белегеҙ, Алла Батшалығы яҡынлашты», – тиерһегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 «Ҡалағыҙҙың аяҡтарыбыҙға ҡунған туҙанын да һеҙгә ҡағып ҡалдырабыҙ. Шулай ҙа белегеҙ, Алла Батшалығы яҡынлаша», – тиерһегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 10:11
16 Iomraidhean Croise  

Ә берәй йорт йәки ҡала һеҙҙе ҡабул итмәһә, һүҙҙәрегеҙҙе тыңламаһа, унан киткәндә аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.


Барғас иһә: «Күктәр Батшалығы яҡынлашты!» – тип хәбәр итегеҙ.


– Тәүбә итегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.


Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр һәм тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.


Әммә, берәй ҡалаға килеп, унда һеҙҙе ҡабул итмәһәләр, урамға сығып:


Ундағы ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ һәм ҡалала йәшәүселәргә: «Һеҙгә Алла Батшалығы яҡынлашты», – тип әйтегеҙ.


Әгәр ҡабул итмәһәләр, был ҡаланан киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.


– Туғандар! – тип дауам итте һүҙен Павел. – Ибраһим нәҫеленең балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде.


Һаҡ булығыҙ, пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәре һеҙгә ҡарата әйтелгән булып сыҡмаһын. Пәйғәмбәрҙәр әйткән:


Ә Павел менән Варнава ҡыйыу рәүештә: – Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙе мәңгелек тормошҡа лайыҡһыҙ итеп күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға боролабыҙ.


Павел менән Варнава иһә, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарындағы туҙанды ҡағып төшөрҙө һәм Икония ҡалаһына китте.


Израиль халҡы тураһында иһә Алла былай тип әйтә: «Мин тыңлауһыҙ һәм үҙһүҙле халыҡҡа көнө буйы ҡулдарымды һуҙып торҙом».


Изге Яҙмала ни тип әйтелә һуң? «Алла һүҙе һинең яныңда, телеңдә һәм йөрәгеңдә». Был һүҙ – беҙ хәбәр итә торған иман һүҙе ул.


Уның Улы – Алла данының балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan