70 Был турала Ул бик күп йылдар элек Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткәйне.
Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Дауыт үҙе үк: «Раббы-Аллам Хужама әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“», – тип әйткән бит.
Унан һуң: – Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән.
һәм үҙ-ара килешә алмайынса таралыша башланы. Павел уларға былай тине: – Изге Рух һеҙҙең аталарығыҙға Ишағыя пәйғәмбәр аша бына ниндәй дөрөҫ һүҙҙәр әйткән:
Алла был Һөйөнөслө Хәбәрҙе Үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша Изге Яҙмаларҙа алдан уҡ вәғәҙә иткән.
Шуға күрә, Изге Рух әйткәнсә: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән,
Уларға үҙҙәренә түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.
Сөнки пәйғәмбәрлек һүҙе бер ҡасан да кеше ихтыяры менән әйтелмәне, кешеләр Алланан килгән хәбәрҙе Изге Рухтан рухланып һөйләне.
Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырылған әмерен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.