51 Ул Үҙенең ҡулы менән бөйөк эштәр башҡарҙы, тәкәббер уй йөрөткән кешеләрҙе тарҡатты.
51 Ул Үҙенең ҡулы менән бөйөк эштәр башҡарҙы, тәкәббер уйлыларҙы ҡыуып таратты.
Кешеләр, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп тейешенсә данламаны, ҡәҙерен белмәне, киреһенсә, буш уйҙарға бирелде, аңларға теләмәгән йөрәктәрен ҡараңғылыҡ солғаны.
Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә ҡалҡҡан һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ.
Йәштәр, һеҙ шулай уҡ өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр берегеҙ бер-берегеҙгә ҡарата баҫалҡылыҡ күрһәтегеҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә».
Шуның өсөн уға яза, үлем, илау, яланғаслыҡ бер көн эсендә киләсәк һәм ул утта яндырыласаҡ, сөнки уны хөкөм итеүсе Раббы Алла ҡөҙрәтле.