Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 1:2 - Инжил

2 Был хәлдәрҙе улар тәүге көндәрҙән үк шаһит һәм һүҙ хеҙмәтселәре булған кешеләрҙең һөйләгәндәренән сығып яҙҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Был хәлдәрҙе улар тәүге көндәрҙән үк үҙ күҙҙәре менән күргән һәм Алланың һүҙен иғлан итеп йөрөгән һүҙ хеҙмәтселәренең һөйләгәндәренә таянып яҙҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 1:2
25 Iomraidhean Croise  

Алла Улы Ғайса Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙең башы.


Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы.


Сәсеүсе һүҙ сәсә.


Һеҙ быларҙың шаһиты.


Һеҙ ҙә Минең шаһиттарым, сөнки баштан уҡ Минең менән бергә булдығыҙ.


Мин быны шуның өсөн әйттем: уларҙың ваҡыты еткәс, ошо хаҡта һөйләгәндәремде иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Элек быларҙы һөйләмәнем, сөнки һеҙҙең менән бергә инем.


Ғазап сиккәненән һәм үлгәненән һуң, Үҙенең тере икәнлеген күп һанлы хаҡ дәлилдәр килтереп иҫбат итте, ҡырҡ көн буйына илселәренә күренде һәм Алла Батшалығы тураһында һөйләне.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт аласаҡһығыҙ һәм Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Пергияла Алла һүҙен бәйән иткәс, Атталия ҡалаһына йүнәлделәр.


Павел һәм уның менән булған кешеләр Фригия һәм Галатия ерҙәре аша китте, сөнки Изге Рух уларҙан Асия өлкәһендә Алла һүҙен һөйләтмәне.


Бындағы кешеләр Фессалоника ҡалаһындағыларға ҡарағанда инсафлыраҡ ине. Улар Алла һүҙен бик теләп ҡабул итте һәм һәр көн, Павел һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн, Изге Яҙманы өйрәнде.


Тор, аяҡтарыңа баҫ! Мин һине хеҙмәтсем итеп, шулай ук Мине күреүеңдең һәм һиңә тағы күрһәтәсәк нәмәләрҙең шаһиты итеп ҡуйырға килдем.


Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.


Таралышҡан иман тотоусылар, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнөләр.


йәһүд булмағандар араһында Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһемен. Йәһүд булмағандар Аллаға яраҡлы, Изге Рух тарафынан изгеләндерелгән ҡорбан булһын өсөн, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, рухани хеҙмәтен башҡарам.


Шулай итеп, беҙҙе һәр береһе Мәсихтең хеҙмәтселәре һәм Алланың серҙәре ышанып тапшырылған кешеләр тип һанаһын.


Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.


Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ бөйөклөктө уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәргә мөрәжәғәт итәм:


Беҙ һеҙгә Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең ҡөҙрәте һәм Уның килеүе тураһындағы оҫта ғына уйлап сығарылған хикәйәттәргә эйәреп түгел, ә Уның бөйөклөгөн үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булараҡ һөйләнек.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan