Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 1:17 - Инжил

17 Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Аталарҙы һәм балаларҙы татыулаштырыр, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббыға тап килерлек итеп әҙерләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

17 Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Атайҙарҙың йөрәген балаларына табан борор, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббының килеүенә әҙерләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 1:17
38 Iomraidhean Croise  

Ә ҡабул итергә теләһәгеҙ, ул – килергә тейешле Ильяс.


Сөнки Яхъя Иродҡа: «Һиңә уға өйләнергә ярамай», – тигәйне.


Ишағыя пәйғәмбәр: «Сүлдә тауыш яңғырай: „Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ“», – тип Яхъя тураһында әйткәйне.


Яхъяның кейеме дөйә йөнөнән булып, биленә тиренән ҡайыш быуған ине. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды.


Ул Израиль халҡының күбеһен Раббыға, үҙҙәренең Аллаһына, кире ҡайтарыр.


Ә һин, Сабый, Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәре тип аталырһың, сөнки Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың,


Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм кешенең теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.


Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.


Һеҙ минең: «Мин Мәсих түгел, әммә мин Уның алдынан ебәрелдем», – тип әйткәнемде ишеткән шаһиттар.


Мин шунда уҡ һиңә кешеләр ебәрҙем, һәм һин килеп яҡшы эшләнең. Хәҙер беҙ һәммәбеҙ, Раббы һиңә һөйләргә ҡушҡан һүҙҙәрҙе тыңлар өсөн, Алла алдында торабыҙ.


Беҙҙе яҡтылыҡ батшалығында Алланың изге халҡының мираҫынан өлөш алыуға хаҡлы иткәнгә, Атабыҙға ҡыуанып рәхмәт әйтегеҙ.


Шулай итеп, кем үҙен бысраҡлыҡтан таҙарындыра, шул йорт хужаһы өсөн файҙалы, изгеләштерелгән һәм бөтөн яҡшы эштәргә лә яраҡлы һауыт кеүек буласаҡ.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Шулай итеп, балаларым, Мәсих килгәндә Уның алдында ҡыйыу һәм оялыуһыҙ баҫып тора алыр өсөн, Мәсихтә йәшәгеҙ.


Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan