Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йәһүҙә 1:3 - Инжил

3 Ҡәҙерлеләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең дөйөм ҡотолоуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, бүтән нәмәләр тураһында үтенеп яҙыуҙы кәрәк таптым: Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Һөйөклөләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең уртаҡ ҡотҡарылыуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ, тип үтенеүҙе кәрәк таптым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йәһүҙә 1:3
44 Iomraidhean Croise  

Уларға Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген аңлатты һәм иҫбат итте. – Мин һеҙгә Ғайса хаҡында вәғәз әйтәм һәм шул Ғайса – Мәсих, – тине Павел.


Ул, Изге Яҙма аша Ғайсаның Мәсих икәнлеген ышандырырлыҡ итеп иҫбатлап, бөтә халыҡ алдында йәһүдтәрҙең ҡарашын юҡҡа сығарҙы.


Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем.


Шуға күрә һеҙгә мәғлүм булһын: йәһүд булмаған халыҡтарға Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр ебәрелгән һәм улар уны тыңлай.


Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Ер йөҙөндә кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ, – тине Петр.


Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Иерусалимда шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, руханиҙарҙың да бик күптәре Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итте.


– Раббым! Мин ул кешенең Иерусалимда Һинең изгеләреңә ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар эшләүе тураһында күптәрҙән ишеттем.


Ә Савлдың вәғәзләү ҡеүәте артҡандан-артты. Ғайсаның Мәсих икәнлеген иҫбат итеп йөрөп, ул Дамаскыла йәшәүсе йәһүдтәрҙе аптырашҡа һалды.


Мин үҙем алғандарҙы һеҙгә тапшырҙым. Иң мөһиме, Изге Яҙмала яҙылғанса, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлде һәм,


Беҙ иһә, Һөйөнөслө Хәбәрҙең хәҡиҡәте һеҙҙә һаҡланһын өсөн, аҙ ғына ваҡытҡа ла баш бирмәнек һәм буйһонманыҡ.


Хәҙер йәһүд менән йәһүд булмаған, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ.


Күрәһегеҙме, хатымдың ҙур хәрефтәр менән яҙылған өлөшөн үҙ ҡулдарым менән яҙам.


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан Ефес ҡалаһындағы Ғайса Мәсихкә тоғро булған изгеләргә


Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Павел менән Тимофейҙан Филиптағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтеке булған бар изгеләргә сәләм.


Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә иман хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын.


Колосста йәшәүсе Алланың изге халҡына. Һеҙгә, Ғайса Мәсихкә тоғро булған имандаштарыма, Атабыҙ Алланан мәрхәмәт һәм именлек булһын!


Белеүегеҙсә, бынан алда Филипта ғазап сигеп мәсхәрә аша үтһәк тә, беҙ, Аллабыҙҙан ҡыйыулыҡ алып, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, Һөйөнөслө Хәбәрҙе һеҙгә еткерҙек.


Тимофей улым, һинең турала элек һөйләнгән пәйғәмбәрлек һүҙҙәре буйынса, үҙемдең әмеремде тағы ҡабатлайым: һин, уларға таянып, яҡшы көрәш алып бар,


Иман өсөн изге көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа эйә булыуға өлгәш. Алла һине ошоға саҡырҙы һәм һин күп шаһиттар алдында үҙеңдең тоғро иманыңды раҫланың.


Ғайса Мәсих аша бирелгән мөхәббәттә һәм иманда тороп, минән ишеткән хаҡ тәғлимәтте өлгө итеп тот.


Ысын имандаш улым Титҡа Атабыҙ Алланан һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек теләйем.


Имандаштарым, был хатымда яҙған өгөт-нәсихәттәремә сабырлыҡ менән ҡарауығыҙҙы үтенеп һорайым, мин һеҙгә бик күп тә яҙманым бит.


Әммә, ҡәҙерлеләрем минең, беҙ ошо һүҙҙәрҙе һөйләһәк тә, һеҙгә килгәндә, хәлегеҙ һәйбәтерәк һәм ҡотҡарылыуға табан бараһығыҙ, тигән ышаныстабыҙ.


Мин һеҙгә үҙем ышаныслы тип һанаған имандашыбыҙ Силуан аша һеҙҙе дәртләндереп, һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, ҡыҫҡаса ғына яҙҙым. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ.


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе һәм илсеһе Симон Петрҙан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иман ҡабул иткәндәргә:


Сөнки, хаҡлыҡ юлын танып белгәндән һуң, үҙҙәренә тапшырылған тормош менән йәшәү тигән изге әмерҙән кире ҡайтыуға ҡарағанда, ул юлды бөтөнләй белмәһәләр, улар өсөн яҡшыраҡ булған булыр ине.


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡубтың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан саҡырылғандарға һәм ҡәҙерле булғандарға, Ғайса Мәсих өсөн һаҡланғандарға:


Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең илселәре тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе иҫкә алығыҙ.


Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, үҙ тормошоғоҙҙо иң изге иманығыҙ нигеҙендә ҡороп йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ, Изге Рух көсө менән доға ҡылығыҙ.


Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны һәм Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡмайынса, үҙҙәренең йәндәрен аяманы.


Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул һәм һиңә тормош тажы бирермен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan