Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 3:3 - Инжил

3 Нимә ҡабул иткәнеңде һәм нимә ишеткәнеңде иҫеңә төшөр, уларҙы үтә һәм тәүбә ит. Әгәр уяу булмаһаң, Мин һине ҡараҡ кеүек көтмәгәндә килеп табырмын, ә һин ҡайһы сәғәттә килеремде белмәҫһең.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Нимә ҡабул иткәнеңде һәм нимә ишеткәнеңде иҫеңә төшөр, уларҙы үтә һәм тәүбә ит. Әгәр уяу булмаһаң, Мин һине ҡараҡ кеүек көтмәгәндә килеп табырмын, ә һин ҡайһы сәғәттә килеремде белмәҫһең.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 3:3
24 Iomraidhean Croise  

Шуға күрә уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ.


Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ! Һеҙ бит ул ваҡыттың ҡасан етәсәген белмәйһегеҙ.


Көтмәгәндә ҡайтып инеп, үҙегеҙҙе йоҡлап ятҡан килеш күреп ҡалмаһын!


сөнки һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ.


Тимофей! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм ғилем тип аталып та дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор.


Ғайса Мәсих аша бирелгән мөхәббәттә һәм иманда тороп, минән ишеткән хаҡ тәғлимәтте өлгө итеп тот.


Шуға күрә, дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн, беҙ ишеткәндәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ.


Әлегә, ерҙә йәшәгән сағымда, хәтерегеҙҙе яңыртып тороуҙы бурысым тип һанайым.


Ҡәҙерлеләрем, мин инде һеҙгә икенсе хатымды яҙам. Был хаттарҙа мин, белгәндәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөп, саф уйҙарығыҙҙы уятам.


Әммә Раббы көнө, ҡараҡ һымаҡ, көтмәгәндә килеп етер. Ул көндә күк көслө дөһөрләгән тауыш аҫтында юҡҡа сығасаҡ; күк есемдәре утта иреп тарҡаласаҡ; ер һәм ундағы бөтә эштәр фаш ителәсәк.


«Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»


Тик Мин килгәнгә тиклем үҙегеҙҙә булғанды һаҡлағыҙ.


Шуға ла ниндәй бейеклектән түбән төшөүеңде иҫеңә төшөр һәм, тәүбә итеп, элекке эштәреңде башҡар. Тәүбә итмәһәң, яныңа килермен һәм шәмдәлеңде урынынан ҡуҙғатырмын.


«Тиҙҙән Мин киләсәкмен! Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен тотоусы бәхетле».


Тиҙҙән килермен. Тажыңды бер кем дә тартып алмаһын өсөн, үҙеңдә булғанды ныҡ тот.


Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.


Уяу бул һәм үлем сигенә еткән, әммә әлегә үҙеңдә ҡалған нәмәләрҙе нығыт, сөнки Аллам алдында тамамланған эштәреңде күрмәйем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan