Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 1:2 - Инжил

2 Яхъя, Алла һүҙе һәм Ғайса Мәсих биргән шаһитлыҡ хаҡында – үҙе күргәндәрҙең барыһы тураһында шаһитлыҡ ҡыла.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Яхъя үҙе күргәндәрҙең барыһын – Алла һүҙе һәм Ғайса Мәсихтең күрһәтеп һөйләгәндәре хаҡында шаһит булараҡ бәйән итә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 1:2
22 Iomraidhean Croise  

Яхъя шаһитлыҡ ҡылды: – Мин Уға күктән күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшөүен һәм Уның өҫтөндә ҡалыуын күрҙем.


Ғайса Лазарҙы ҡәберҙән сығарып терелткән саҡта Уның менән булған кешеләр күргән хәл тураһында һөйләне.


Быларҙы, һеҙ ҙә иманға килегеҙ тип, бөтәһен дә үҙ күҙе менән күргән кеше һөйләп бирҙе. Уның шаһитлығы хаҡ һәм ул үҙенең хәҡиҡәт һөйләүен белә.


Был ваҡиғалар тураһында һөйләп биргән һәм уларҙы яҙып алған шәкерт шуның үҙе ине. Һәм беҙ уның шаһитлығы хаҡ икәнлеген беләбеҙ.


Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: беҙ ни белһәк, шуны һөйләйбеҙ; ни күрһәк, шуға шаһитлыҡ ҡылабыҙ; ә һеҙ беҙҙең шаһитлығыбыҙҙы ҡабул итмәйһегеҙ.


Һин бөтә кешеләргә күргәндәреңде һәм ишеткәндәреңде һөйләп, Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылырһың.


Тор, аяҡтарыңа баҫ! Мин һине хеҙмәтсем итеп, шулай ук Мине күреүеңдең һәм һиңә тағы күрһәтәсәк нәмәләрҙең шаһиты итеп ҡуйырға килдем.


Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.


Шуның менән һеҙҙең арағыҙҙа Мәсих хаҡындағы шаһитлығыбыҙ раҫланды.


Имандаштар, Алланың серен вәғәзләү өсөн янығыҙға килгәндә, мин матур һүҙҙәр һөйләргә һәм зирәклек күрһәтергә тип уйламаным.


Беҙ баштан уҡ булған, беҙ ишеткән, үҙ күҙҙәребеҙ менән күргән, күҙәткән һәм ҡулдарыбыҙ менән ҡағылған нәмә – тормош Һүҙе тураһында вәғәзләйбеҙ.


Ата Үҙенең Улын донъяны Ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен беҙ күрҙек һәм быға шаһитлыҡ ҡылабыҙ.


Димитрий хаҡында бөтөнөһө лә яҡшы һүҙҙәр генә һөйләй, хәҡиҡәт үҙе лә уның яғында. Шулай уҡ беҙ ҙә ошо хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм һин беҙҙең шаһитлығыбыҙҙың хәҡиҡи булыуын беләһең.


– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Ефесҡа ла, Смирнаға ла, Пергамға ла, Фиатираға ла, Сардисҡа ла, Филадельфияға ла, Лаодикияға ла, – тине ул.


Шулай итеп, ниҙәр күргәнеңде, хәҙер ниҙәр барлығын һәм бынан һуң ниҙәр буласағы тураһында яҙ.


Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.


Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны һәм Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡмайынса, үҙҙәренең йәндәрен аяманы.


Аждаһаның ҡатынға асыуы ҡабарҙы, һәм уның Алла әмерҙәрен үтәүсе, Ғайса хаҡында шаһитлыҡ биреүсе ҡалған балаларына ҡаршы һуғышырға китте.


Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.


Раббы Ғайсаның мәрхәмәте барыһы менән булһын.


Бәрәс бишенсе мисәтте ҡуптарып алғас, ҡорбан килтереү урыны аҫтында Алла һүҙе һәм дә биргән шаһитлыҡтары өсөн үлтерелгәндәрҙең йәндәрен күрҙем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan