Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 1:1 - Инжил

1 Был, күпмелер ваҡыттан ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алланың Ғайса Мәсихкә биргән асылышы. Ул, быларҙың барыһын да хәбәр итергә, фәрештәһен Үҙенең ҡоло Яхъяға ебәрҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Был – Ғайса Мәсихкә бирелгән асылыш һүҙе. Тиҙҙән ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алла уны фәрештәһе аша Үҙенең ҡоло Яхъяға тапшырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 1:1
30 Iomraidhean Croise  

Сөнки Мин Үҙемдән һөйләмәнем, ә нимә һөйләргә, нимә әйтергә кәрәклеге хаҡында Мине ебәргән Атам әмер бирҙе.


Мин инде һеҙҙе хеҙмәтселәрем тип атамайым, сөнки хеҙмәтсе хужаһының ни эшләүен белмәй. Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем.


Һин әйткән һүҙҙәрҙе Мин уларға еткерҙем, улар ҡабул итте. Минең ысынлап та Һинән килеүемде танып, Мине Һин ебәргәнгә ышандылар.


Ул Үҙе күргән һәм ишеткәндәре хаҡында шаһитлыҡ ҡыла, ләкин Уның һүҙҙәрен бер кем дә ҡабул итмәй.


Һеҙҙең хаҡта күпте һөйләп, һеҙҙе хөкөм итә алыр инем. Әммә Мин донъяға бары тик Үҙемде Ебәреүсенән ишеткәнемде генә һөйләйем, ә Ул дөрөҫтө әйтә.


Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙе иманда нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Мәсихкә иман итһен һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһен өсөн, мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде.


мин уны кешеләрҙән ҡабул итмәнем һәм уларҙан өйрәнмәнем, уны миңә Ғайса Мәсих асып бирҙе.


Быға тиклем ҡыҫҡаса яҙып үтеүемсә, Алла миңә серен асып, ниәтен белдерҙе.


Алла хеҙмәтсеһе һәм Ғайса Мәсих илсеһе Павелдан хат. Алла тарафынан һайлап алынғандарҙың иманын нығытыу һәм ихлас табыныуға илтеүсе хәҡиҡәтте танып белеүгә килтереү өсөн ебәрелдем мин.


Шулай итеп, ниҙәр күргәнеңде, хәҙер ниҙәр барлығын һәм бынан һуң ниҙәр буласағы тураһында яҙ.


Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.


Ҡулдарында ете кәсә булған фәрештәләрҙең береһе яныма килде һәм былай тине: – Бында кил, мин һиңә ҙур һыуҙарҙа ултырған бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм язаһын күрһәтәм,


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.


Фәрештә миңә былай тине: – Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле. Тағы былай тине: – Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре.


Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләш кеүек, күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Иерусалимды күрҙем.


Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете кәсә тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә: «Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм», – тине.


Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, кристалл һымаҡ ялтырап торған тереклек һыуы йылғаһын күрһәтте.


Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».


Артабан фәрештә миңә былай тине: – Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Аллаһы, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе.


Мин, Яхъя, быларҙы күрҙем һәм ишеттем. Ишеткәс һәм күргәс, баш эйер өсөн быларҙы күрһәтеүсе фәрештәнең аяҡтарына йығылдым.


Әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, былай эшләмә. Мин һинең, пәйғәмбәр имандаштарыңдың һәм был китап һүҙҙәрен тотоусыларҙың хеҙмәттәшемен. Һин Аллаға баш эйергә тейешһең.


Шунан һуң күрәм: ана күктә ишек асыҡ һәм унан әлеге борғонан сыҡҡандай көслө тауыш миңә былай тине: – Бында күтәрел. Мин һиңә ошоларҙан һуң булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен.


Бәрәс килеп, тәхеттә ултырыусының уң ҡулындағы яҙыу төргәген алды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan