Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Яҡуб 5:9 - Изге Яҙма

9 Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

9 Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Яҡуб 5:9
21 Iomraidhean Croise  

Ҡылғаның яҡшы булһа, Мин ҡабул итмәҫ инемме ни? Әммә ҡылғаның яҡшы булмаһа, гонаһ, ишек төбөндә боҫоп, һине һағалар. Әммә-ләкин һин уға хужа бул.


Шул ваҡыт етте! Ул көн яҡынлашты! Һатып алған – һөйөнмәһен, һатҡан – көйөнмәһен, сөнки бөтә был өйөрҙөң өҫтөнә асыуым түгеләсәк.


Үҙ халҡыңдан булған бер кемдән дә үс алма, һис кемгә ҡарата кенә тотма. Яҡыныңды үҙеңде яратҡан һымаҡ ярат. Мин – Раббы.


Шуның кеүек, быларҙың ғәмәлгә ашҡанын күргәс, Әҙәм Улының яҡында, ишек төбөндә генә булғанын белерһегеҙ.


Шуның кеүек, быларҙың ғәмәлгә ашҡанын күргәндә, Әҙәм Улының яҡында, ишек төбөндә генә булғанын белерһегеҙ.


Һирудиас, кенә тотоп, Яхъяны үлтерергә теләне, тик ҡулынан ғына килмәй ине, сөнки


Был хәлдәрҙең барыһы ла башҡаларға һабаҡ булһын өсөн эшләнгән, һәм беҙҙе, ахырызаман яҡынлашҡан саҡта йәшәгәндәрҙе, иҫкәртеп яҙылған.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.


Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата.


Бөтә ҡанундың асылын бер һүҙ менән аңлатып була: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат».


Мәғәнәһеҙ данға ынтылмайыҡ, бер-беребеҙҙең йәнен көйҙөрмәйек, бер-беребеҙҙән көнләшмәйек.


Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин – ҡанунды үтәүсе түгел, ә уны хөкөм итеүсеһең.


Бары тик бер генә ҡанун Сығарыусы һәм Хөкөмдар бар. Ул ғына ҡотҡара һәм һәләк итә ала. Шулай булғас, башҡаларҙы хөкөм итергә кем һуң һин?


Имандаштар, Раббы исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙең ғазаптарынан һәм сабырлығынан үрнәк алығыҙ.


Имандаштарым, Раббы килгәнгә тиклем сабыр булығыҙ. Ерҙең ҡиммәтле уңыш биререн көткән игенсегә ҡарағыҙ: көҙгө һәм яҙғы ямғырҙар яуғанын ниндәй сабырлыҡ менән көтә ул!


Улар тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итергә әҙер Аллаға яуап бирәсәк әле.


Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ.


Бына Мин ишек төбөндә шаҡып торам. Берәйһе тауышымды ишетеп ишек асһа, уның янына инермен һәм беҙ бергә ашарбыҙ: Мин – уның менән, ә ул – Минең менән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan