Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Яҡуб 3:16 - Изге Яҙма

16 сөнки көнсөллөк һәм мин-минлек булған ерҙә тарҡаулыҡ һәм һәр төрлө яман эштәр хөкөм һөрә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

16 Ҡайҙа көнсөллөк һәм мин-минлек, шунда тарҡаулыҡ һәм һәр төрлө яман эш хөкөм һөрә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 сөнки көнсөллөк һәм мин-минлек булған ерҙә тарҡаулыҡ һәм һәр төрлө яман эштәр хөкөм һөрә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Яҡуб 3:16
11 Iomraidhean Croise  

Шуға күрә был ҡала Бабил тип атала – Раббы унда ерҙәге барса кешеләрҙең телдәрен бутаны һәм ошо урындан уларҙы бөтә ер йөҙөнә сәсте.


Онан Тамар тапҡан балалар уныҡы булып иҫәпләнмәҫен белә ине. Шуға күрә, ағаһына бала яралтмаҫ өсөн, ул Тамар менән йоҡлағанда орлоғон гел ситкә ағыҙҙы.


эсендә дошманлыҡ булған ғаилә лә тарҡалыр.


Тиҙҙән бөтә ҡалала боларыш башланды. Паулустың юлдаштарын – македон кешеләре Гайҙы һәм Аристархосты тотоп алып, бөтәһе бергә тамаша урынына ташланды.


ә үҙен генә яратып, хәҡиҡәткә буйһонмайынса яуызлыҡ юлынан барыусыларға Алла ярһыуын һәм асыуын төшөрөр.


сөнки Алла – тәртипһеҙлек Аллаһы түгел, ә тыныслыҡ Аллаһы. Изгеләрҙең барлыҡ берҙәмлектәрендәге кеүек,


сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Арағыҙҙа көнсөллөк, ыҙғыш-талаш бар икән, ошо һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек булып ҡалаһығыҙ түгелме һуң?


Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, мин-минлек, яла яғыуҙар, ғәйбәт, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.


ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу,


Әммә йөрәктәрегеҙҙе әсе көнсөллөк һәм мин-минлек биләһә, маһаймағыҙ һәм хәҡиҡәткә ҡаршы ялғанламағыҙ.


Иблистән булған һәм үҙенең ҡустыһын үлтергән Ҡабил кеүек булмайыҡ. Ул ни өсөн ҡустыһын үлтергән? Сөнки Ҡабилдың эштәре – яуыз, ә ҡустыһыныҡы хаҡ булған.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan