Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Яҡуб 3:10 - Изге Яҙма

10 Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш түгел.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

10 Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш тугел.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш түгел.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Яҡуб 3:10
14 Iomraidhean Croise  

Авимәләх Ибраһимды саҡыртып алды ла: – Ни эшләнең һин беҙҙең менән? – тине. – Һинең алдыңда ниндәй ғәйебем бар ине – мине лә, батшалығымды ла гонаһҡа батыра яҙҙың бит. Әҙәм ҡылмаҫты ҡылдың һин миңә.


Тамар уға: – Юҡ, ағайым, минең намыҫыма ҡағылма, Исраилда улай ҡыланмайҙар. Бындай ҡәбәхәтлекте эшләмә!


Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»


Һеҙҙе эҙәрлекләүселәргә Алланан фатиха һорағыҙ. Фатиха һорағыҙ, ҡарғамағыҙ.


сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Арағыҙҙа көнсөллөк, ыҙғыш-талаш бар икән, ошо һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек булып ҡалаһығыҙ түгелме һуң?


Өҫтәүенә, ялҡаулыҡҡа һалышҡанлыҡтан, өйҙән-өйгә йөрөргә әүәҫләнеп китә һәм, ялҡаулыҡтан тыш, ғәйбәт тарата, кеше эшенә ҡыҫыла, тейешһеҙ хәбәр һөйләй.


Үҙегеҙҙе алдамағыҙ, ҡәҙерле имандаштарым.


Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын,


Имандаштарым, бөтәгеҙ ҙә остаз булырға ынтылмағыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит: өйрәтеүсе булараҡ, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ.


Бер үк шишмәнән сөсө лә, тоҙло ла һыу сығамы ни?


Телебеҙ менән беҙ Атабыҙ Раббыны данлайбыҙ, шул уҡ тел менән Аллаға оҡшаш итеп яратылған кешеләрҙе ҡарғайбыҙ.


Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән түгел, киреһенсә, фатиха менән яуап ҡайтарығыҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн саҡырылғанһығыҙ һәм фатиха алырһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan