Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 4:13 - Изге Яҙма

13 – Эй бөйөк Хакимым! – тип ялбарҙы Муса. – Икенсе берәүҙе ебәрһәңсе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

13 – Эй бөйөк Хакимым! – тип ялбарҙы Муса. – Икенсе берәүҙе ебәрһәңсе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 – Эй бөйөк Хакимым! – тип ялбарҙы Муса. – Икенсе берәүҙе ебәрһәңсе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 4:13
16 Iomraidhean Croise  

Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.


Уңдырышлы йылдарҙа тупланған был аҙыҡ-түлек ҡалаларҙа фирғәүен ҡарамағындағы келәттәрҙә тупланһын.


Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!


үҙе тағы бер көн буйы сүл буйлап барҙы. Бер артыш ҡыуағы аҫтына барып ултырҙы ла үҙенә үлем теләп: – Етер инде, эй Раббым, йәнемде алһаңсы. Ата-бабаларымдан һис тә артыҡ ерем юҡ, – тип ялбарҙы.


Ҡара, Мин һинең алдан фәрештә ебәрәм, ул һине юлда һаҡлап йөрөтөр һәм һиңә тип әҙерләгән ергә алып барыр.


Муса: – Әгәр ҙә улар миңә ышанмаһа, һүҙемде тыңламаһа, «Раббы һиңә күренмәгән!» – тиһә, миңә нимә эшләргә? – тип һораны.


Инде бар! Һөйләгән сағыңда Мин һинең яныңда булырмын; нимә әйтергә кәрәклеген Үҙем өйрәтеп торормон.


Раббының Мусаға асыуы ялҡынланып китте. – Әллә Леви нәҫеленән булған Һарун һинең ағайың түгелме? Уның телгә шәплеген беләм. Ул инде һине ҡаршыларға сыҡты, һине күреп, ысын күңелдән шатланыр, – тине Ул. –


Мин Уға: – Эй Раббы Хаким, телгә оҫталығым юҡ бит әле, йәшмен, – тип яуап ҡайтарҙым.


Әгәр ҙә мин: «Башҡаса Уны иҫкә алмайым, Инде Уның исеменән һөйләмәйем», – тиһәм, Һинең һүҙең эсемдә ялҡындай дөрләп яна, Елегемә үтеп өтөп ала, Уны эстә тоторға маташып хәлдән тайҙым, Инде әмәлем ҡалманы.


Ләкин Юныс, Раббынан Таршишҡа ҡасып китергә булып, ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлде. Яфо ҡалаһына килеп, унда Таршишҡа китә торған карапты тапты. Юл хаҡын түләне лә, Раббынан алыҫҡараҡ китеү өсөн, карапҡа менеп ултырҙы.


Карап башлығы уның янына килеп: – Нишләп йоҡлап ятаһың, тор, үҙ аллаңа ялбар! Бәлки, Ул хәлебеҙгә инер ҙә беҙ харап булмабыҙ, – тине.


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер, улар, Уның Батшалығынан гонаһҡа этәреүселәрҙең һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙың бөтәһен айырып алып,


– Алла хуш күргән эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ.


Раббы фәрештәһе Гилгалдан Бохимға килде лә уларға Раббы һүҙен еткерҙе: – Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым, ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән ергә килтерҙем. Уларға: «Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеүемде мәңге боҙмам,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan