Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 24:12 - Изге Яҙма

12 Раббы Мусаға: – Минең эргәмә тау башына мен, – тине. – Унда Мин, Үҙемдең ҡанун һәм бойороҡтарымды ике таҡтаташҡа яҙып, халыҡҡа еткереү өсөн һиңә бирермен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Раббы Мусаға: – Минең эргәмә тау башына мен, – тине. – Унда Мин, Үҙемдең ҡанун һәм бойороҡтарымды ике таҡтаташҡа яҙып, халыҡҡа еткереү өсөн һиңә бирермен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

12 Раббы Мусаға: – Минең эргәмә тау башына мен, – тине. – Унда Мин, Үҙемдең ҡанун һәм бойороҡтарымды ике таҡтаташҡа яҙып, халыҡҡа еткереү өсөн һиңә бирермен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 24:12
21 Iomraidhean Croise  

– Сыҡ, тауҙа Раббы ҡаршыһына баҫ, – тине уға Раббы. – Һинең яныңдан Раббы уҙыр. Шул ваҡыт тауҙарҙы һелкетеп, ҡаяларҙы емереп, Раббы алдында көслө ел күтәрелде. Әммә Раббы елдә түгел ине. Шунан ер тетрәне. Әммә Раббы ер тетрәүендә лә түгел ине.


Ғөзәйер үҙенең ғүмерен Раббы ҡанунын өйрәнеүгә һәм уны үтәүгә, Исраил халҡын уның ҡағиҙә-ҡарарҙарына өйрәтеүгә бағышлай.


Һин Синай тауына төштөң, улар менән күктән тороп һөйләштең, ғәҙел күрһәтмәләр, дөрөҫ ҡанундар, һәйбәт ҡағиҙәләр һәм бойороҡтар бирҙең.


Һин уларға изге шәмбе көнөн белдерҙең, ҡолоң Муса аша бойороҡтар, ҡағиҙәләр һәм ҡанун бирҙең.


Муса тауға Алла хозурына күтәрелде. Раббы уға тауҙан былай тип өндәште: – Әйт Яҡуп нәҫеленә, Исраил халҡына белдер:


Муса тауға менде. Тауҙы болот ҡаплап алды.


Муса, болот эсенә инеп, тау башына күтәрелде һәм унда ҡырҡ көн, ҡырҡ төн булды.


Миңә фәҡәт Муса ғына яҡынлашһын! Башҡа берәү ҙә Раббыға яҡын килергә тейеш түгел. Халыҡ иһә уның менән тауға менергә тейеш түгел.


Синай тауында, Муса менән һүҙен тамамлағас, Алла уға Үҙ бармағы менән яҙған ике таҡтаташты – килешеү таҡтаташтарын бирҙе.


Мусаның һаман тауҙан әйләнеп ҡайтмауын күргәс, халыҡ Һарунды уратып алды ла: – Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, – тине, – сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ.


Раббы Мусаға былай тине: – Элеккеләренә оҡшатып, ике таҡтаташ юн. Мин унда һин ярған теге таҡтаташтағы һүҙҙәрҙе тағы яҙырмын.


Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.


Шулай итеп, кем дә кем был бойороҡтарҙың бәләкәй генәһен дә ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан итеп, башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, ул Күктәр Батшалығында иң түбән кеше тип аталыр. Ә уларҙы үтәп, башҡаларҙы ла үтәргә өйрәтеүсе иһә Күктәр Батшалығында бөйөк булып һаналыр.


Һеҙҙең хеҙмәтебеҙ аша яҙылған Мәсих хаты булыуығыҙҙы барыһы ла күрә. Ул яҙа торған ҡара менән түгел, ә тере Алланың Рухы менән, таҡтаташтарға түгел, ә кешеләрҙең күңеленә яҙылған.


Таштарға соҡоп яҙылған ҡанунға хеҙмәт итеүҙең үлем килтереүен хәтерләгеҙ. Ул шундай дан менән балҡып килгән, исраилдар Мусаның балҡып торған йөҙөнә, хатта был балҡыу юғала барһа ла, ҡарай алмағандар. Был хеҙмәт шундай дан менән килгән икән,


Шул саҡта Раббы миңә һеҙ биләмә итеп алыр өсөн барған ергә ингәс үтәргә тейешле ҡағиҙә һәм ҡанундарҙы өйрәтергә бойорҙо.


Раббы был һүҙҙәрҙе тауҙа бөтә йыйынға ут, болот һәм ҡараңғылыҡ эсенән көслө тауыш менән һөйләне һәм быға өҫтәп башҡа бер нәмә лә әйтмәне. Шунан уларҙы ике таҡтаташҡа яҙып, миңә бирҙе.


ә үҙең бында Минең менән ҡал. Һин уларға өйрәтергә тейешле бөтә бойороҡтарҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы бирермен. Мин уларға биләмә итеп бирәсәк ерҙә шуларҙы еренә еткереп үтәһендәр».


Унда хуш еҫ төтәҫләгес алтын ҡорбан усағы һәм алтын менән көпләнгән Килешеү һандығы, майҙә һалынған алтын һауыт, Һарундың бөрөләнгән таяғы һәм килешеү бойороҡтары яҙылған таҡтаташтар урынлаштырылғайны.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan