Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 24:10 - Изге Яҙма

10 һәм Исраил Аллаһын күрҙе. Уның аяҡ аҫтында аяҙ күк йөҙө һымаҡ зәңгәр яҡуттай ялтыр баҫмаға оҡшаған нәмә бар ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

10 һәм Исраил Аллаһын күрҙе. Уның аяҡ аҫтында аяз күк йөҙө һымаҡ зәңгәр яҡуттай ялтыр баҫмаға оҡшаған нәмә бар ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 һәм Исраил Аллаһын күрҙе. Уның аяҡ аҫтында аяҙ күк йөҙө һымаҡ зәңгәр яҡуттай ялтыр баҫмаға оҡшаған нәмә бар ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 24:10
28 Iomraidhean Croise  

Был хәл булған урынды Яҡуп Пениил тип атаны, сөнки: «Ошонда мин күҙмә-күҙ Алланы күреп, тере ҡалдым», – тине.


Ҡояш сыҡҡан саҡта Яҡуп Пениилдан китте. Уның бер аяғы аҡһай ине.


Ә Михаяһ былай тине: – Улай булғас, Раббы һүҙен тыңла! Мин Раббының Үҙ тәхетендә ултырғанын һәм эргәһендә, уң яҡтан да, һул яҡтан да бөтә күк ғәскәре баҫып торғанын күрҙем.


Эй Исраилдың Аллаһы Раббы, инде ҡолоң Дауытҡа әйткән һүҙең ғәмәлгә ашһа ине!


Исраил башлыҡтары Алланы күрҙе, әммә Алла уларға ҡул күтәрмәне. Шунан улар ашанылар, эстеләр.


– Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.


– Ләкин һин Минең йөҙөмдө күрә алмаҫһың, – тине Раббы Мусаға. – Кеше, Мине күреп, иҫән ҡала алмай.


Үтеп киткәс, ҡулымды алырмын. Һин Мине арттан ғына күрерһең, әммә йөҙөмдө күрә алмаҫһың.


Беләктәре – аҫылташтар теҙелгән алтындай. Тәне зәңгәр яҡуттар менән биҙәлгән Фил һөйәге һымаҡ ҡатҡыл, шыма.


Кем ул таңғы шәфәҡ кеүек сихри, Айҙай гүзәл, ҡояш кеүек балҡыу, Байраҡтарын күтәргән ғәскәрҙәй дәһшәтле?


Бейҙәре ҡарҙан пак, һөттән аҡ ине, Тәндәре мәрйендәй алһыу, Үҙҙәре зәңгәр яҡутҡа тиң ине.


Утыҙынсы йылда, дүртенсе айҙың бишенсе көнөндә, Кевар йылғаһы буйында, һөргөндә йәшәүселәр араһында булған сағымда, күк ҡабағы асылды ла миңә Алланан күренмештәр булды.


Ҡараһам, кирубтарҙың баш осондағы көмбәҙ өҫтөндә гүйә зәңгәр яҡуттан яһалған тәхет кеүек нәмә пәйҙә булды.


Мин, хакимымдың ҡоло, һин хакимым менән һөйләшә алырмынмы һуң? Минең бит бөтөнләй көсөм бөттө, саҡ-саҡ тын алам, – тинем.


Уның менән йомаҡ аша түгел, Йөҙмә-йөҙ, асыҡ һөйләшәм. Ул Раббының рәүешен күрә. Шулай булғас, нисек ҡурҡмайынса Ҡолом Мусаны битәрләйһегеҙ?


Шунда Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡып китте, ә кейеме күҙҙе ҡамаштырырлыҡ ап-аҡ төҫкә инде.


Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе.


– Филиппус, ни тиклем ваҡыт һеҙҙең менән бергәмен, ә һин Мине белмәйһеңме ни? – тине Ғайса. – Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Нисек инде һин: «Беҙгә Атаны күрһәт», – тиһең?


Был кем дә булһа Атаны күргән тигән һүҙ түгел әле. Атаны бары тик Алланан килгән Зат ҡына күрҙе.


Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, буй етмәҫ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға – хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.


Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әммә беҙ бер-беребеҙҙе яратһаҡ, Алла беҙҙә йәшәр һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан булыр.


Уң ҡулында уның ете йондоҙ, ә ауыҙынан ике яғы ла үткер ҡылыс сығып тора. Йөҙө иһә бар ҡөҙрәте менән балҡып торған ҡояштай.


Ҡала Алла шөһрәтенән балҡып тора ине. Уның балҡышы аҫылташ емелдәүенә, гәлсәрҙәй үтәнән-үтә күренмәле йәшмәгә оҡшағайны.


Ул йәшмә һәм сердолик ташы кеүек балҡый ине, тәхетте зөбәржәт төҫөндәге йәйғор уратып алған.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan