Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 19:5 - Изге Яҙма

5 Инде әйткәнемде иғтибар менән тыңлап, Минең менән килешеүҙе үтәр булһағыҙ, барса халыҡ араһынан Минең Үҙ халҡым булырһығыҙ. Бөтә ер йөҙө Минеке;

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Инде әйткәнемде иғтибар менән тыңлап, Минең менән килешеүҙе үтәр булһағыҙ, барса халыҡ араһынан Минең Үҙ халҡым булырһығыҙ. Бөтә ер йөҙө Минеке;

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Инде әйткәнемде иғтибар менән тыңлап, Минең менән килешеүҙе үтәр булһағыҙ, барса халыҡ араһынан Минең Үҙ халҡым булырһығыҙ. Бөтә ер йөҙө Минеке;

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 19:5
54 Iomraidhean Croise  

Алла Ибраһимға былай тине: – Һин үҙең, һинән һуң тоҡомоң быуындан-быуынға Минең килешеүемә тоғро булығыҙ.


Сөнки, эй Раббы Хаким, ата-бабаларыбыҙҙы Мысырҙан алып сыҡҡан саҡта ҡолоң Муса аша еткергәнсә, донъялағы барса халыҡтар араһынан Үҙеңә биләмә итеп уларҙы һайлап алдың.


Һин халҡың Исраилды мәңгегә Үҙеңдеке иттең, Һин, Раббым, уның Аллаһы булдың.


Ауыҙынан ут-ялҡын бөркөлә, Көйҙөргөс осҡондар атыла.


Кем Миңә берәй нәмә бирҙе лә Мин уға бурыслы булып ҡалдым? Күктәр аҫтындағы бар нәмә – Минеке.


Бары Ул бөйөк мөғжизәләр ҡылыусы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Дауыттың мәҙхиәһе. Йәнемде Һиңә тапшырам, Раббы!


Уларҙың ҡулдары яуызлыҡ ҡыла, Уң ҡулдары тулы ришүәт уларҙың.


Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.


Әгәр ҙә һин уны тыңлаһаң һәм әйткәндәремдең һәммәһен дә үтәһәң, Мин дошмандарыңдың дошманы, һиңә ҡаршыларҙың ҡаршыһы булырмын.


Шунан халыҡҡа Килешеү китабына яҙылғандарҙы уҡып ишеттерҙе. Барыһы ла: – Беҙ Раббы һүҙенән сыҡмабыҙ, Уға буйһонорбоҙ, – тип ышандырҙы.


һәм былай тине: – Бөйөк Хакимым! Әгәр ҙә мине хуш күрһәң, әйҙә беҙҙең менән, бөйөк Хакимым минең! Эйе, был халыҡ тиҫкәре, шулай ҙа беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы һәм енәйәттәребеҙҙе ярлыҡа ла беҙҙе Үҙ биләмәң итеп ал.


Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Ләкин ул көндө халҡым йәшәгән Гошен ерен айырып ҡуясаҡмын, унда күгәүендең әҫәре лә булмаҫ. Ошонан һин Мин Раббының ул ерҙә булғанын белерһең.


– Ҡаланан сығып, ҡулдарымды Раббыға табан күтәреү менән, йәшен туҡтар, боҙ яумаҫ булыр. Шул саҡ ерҙең Раббыныҡы булғанын белерһең.


Минең йөҙөм баҡсам бары үҙемдеке. Эй Сөләймән, мең көмөшө – һиңә, Ике йөҙө – йөҙөм үҫтереүселәргә.


Әгәр Мине тыңларға теләһәгеҙ, Ерҙең яҡшы ризыҡтары менән туйынырһығыҙ.


«Эй ҡолом Исраил, – ти Раббы. – Үҙем һайлап алған Яҡуп, Дуҫым Ибраһимдың тоҡомо!


Инде иһә, эй Яҡуп, һине яратҡан, Эй Исраил, һине бар ҡылған Раббы былай ти: «Ҡурҡма, сөнки һине йолоп алдым, Һине исемләп саҡырҙым, һин – Минеке!


Сөнки Раббы былай ти: «Шәмбе көндәремде тотҡан, Мин хуш күргәндәрҙе һайлаған, Килешеүемә тоғро ҡалған алашарҙарға


Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө, Сөнки Ул – бөтәһен дә бар ҡылыусы, Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе, Уның исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!


Билбау кешенең тәненә ҡайһылай тейеп торһа, Мин дә бөтә Исраил менән Йәһүҙә нәҫелен шулай итеп Үҙемә яҡынайтҡайным, – тип белдерә Раббы. – Минең халҡым булырҙар, исемемә маҡтау һәм шөһрәт килтерерҙәр, тип өмөтләнгәйнем, әммә улар Мине тыңламаны».


Мин уларға шундай әмер биргәйнем: «Мине тыңлағыҙ! Шунда Мин – һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ. Үҙегеҙгә яҡшы булһын өсөн Мин күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тинем.


Ҡабат яныңдан үтеп барған саҡта һине күреп ҡалдым. Һинең һөйөү өсөн өлгөргәнеңде күреп, сабыуым менән яланғас тәнеңде ҡапланым. Ант итеп, һинең менән килешеү төҙөнөм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Шунда һин Минеке булдың.


Ә һеҙгә әйттем: уларҙың ерҙәренә хужа булырһығыҙ; һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙе һеҙгә биләмә итеп бирермен. Һеҙҙе башҡа халыҡтар араһынан һайлап алған Мин Аллағыҙ Раббымын.


«Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»


Ҡайғы һеҙгә, Сиондағы вайымһыҙҙар, Самария тауында үҙен именлектә тип һанағандар, Беренсе булып һаналған халыҡтың затлылары, Ярҙам һорап, янығыҙға Исраил нәҫеле килгән түрәләр!


– Улар Минеке булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин билдәләгән көндө уларҙы Үҙ хазинам итермен, үҙенә ярҙамлашҡан улына ҡарата рәхимле булған ата кеүек, Мин дә уларға рәхимле булырмын.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмә Раббыныҡы».


Әгәр инде берәйһе: «Был ҡорбан ите», – тиһә, шул хәбәрҙе әйтеүсе өсөн һәм выждан хаҡына ашамағыҙ.


Күк һәм күктәрҙең асманы ла, ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмәләр ҙә Аллағыҙ Раббыныҡы;


Әгәр Аллағыҙ Раббының бөгөн мин һеҙгә әйткән ҡарар-ҡанундарын тыңлаһағыҙ, фатиха алырһығыҙ.


Һеҙ – Аллағыҙ Раббы өсөн изге халыҡ. Раббы ер йөҙөндә булған бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итеп һеҙҙе һайлап алды.


Үҙ үлеме менән үлгән хайуанды ашамағыҙ, сөнки һеҙ – Аллағыҙ Раббының изге халҡы. Уны арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәргә бирә йәиһә сит ҡәүем кешеләренә һата алаһығыҙ. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермәгеҙ.


Бөгөн Раббы, һеҙгә биргән һүҙе буйынса, Уның бөтә бойороҡтарын үтәһәң, Уның Үҙ халҡы буласағығыҙҙы иғлан итте.


Ул һине хөрмәттә, шөһрәттә һәм күркәмлектә Үҙе донъяға яратҡан барлыҡ ҡәүемдәрҙән өҫтөн ҡуясағын һәм, әйткән һүҙе буйынса, Үҙе өсөн һайлап алған халҡы итәсәген белдерҙе.


Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалып, бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәрҙән өҫтөн итер.


Аллаң Раббының бойороҡтарын үтәһәгеҙ, Уның юлдарынан йөрөһәгеҙ, Раббы һеҙгә вәғәҙә биргәнсә, һеҙҙе Үҙенең изге халҡы итеп таныр.


Ә һеҙгә килгәндә иһә, бөгөн күргәнегеҙсә, Раббы һеҙҙе Үҙенең халҡы, Үҙ биләмәһе итер өсөн тимер иретә торған мейестән, Мысырҙан, алып сыҡты.


Аллабыҙ Раббы Хорев тауында беҙҙең менән килешеү төҙөнө.


Сөнки һин – Аллаң Раббы өсөн изге халыҡ. Аллаң Раббы һине ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итер өсөн һайлап алды.


Әммә улар – Һинең халҡың, Һинең биләмәң. Һин уларҙы бөйөк көсөң, һуҙылған ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡтың».


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Ибраһим да иман аша Алла тарафынан саҡырылыуға буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә милек итеп алырға тейеш булған ергә бара.


Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡанда төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Улар Минең килешеүемә тоғролоҡ һаҡламаны һәм Мин уларҙан ситләштем, – ти Раббы. –


– Беҙ үҙебеҙҙең Аллабыҙ Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ, Уны тыңлаясаҡбыҙ, – тип яуапланы халыҡ Йушағҡа.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


– Раббының күңеленә нимә нығыраҡ оҡшай: уның ҡушҡандарын тыңлаумы, әллә һәр төрлө ҡорбандар, тотош яндырыу ҡорбандарымы? Тыңлаусанлыҡ – ҡорбандан, күндәмлек һарыҡ тәкәһенең эс майынан яҡшыраҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan