Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 16:6 - Изге Яҙма

6 Муса менән Һарун Исраил халҡына: – Бөгөн кис һеҙҙе Мысырҙан Раббы сығарғанын белерһегеҙ, – тинеләр. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Муса менән Һарун Исраил халҡына: – Бөгөн кис һеҙҙе Мысырҙан Раббы сығарғанын белерһегеҙ, – тинеләр. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Муса менән Һарун Исраил халҡына: – Бөгөн кис һеҙҙе Мысырҙан Раббы сығарғанын белерһегеҙ, – тинеләр. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 16:6
14 Iomraidhean Croise  

Бына Ул ҡаяға һуҡты – һыу атылды, Гөрләүектәр ашып ташты. «Инде Ул халҡына икмәк бирә алырмы? Халҡына ит ашата алырмы?»


Тап ошо көндө Раббы Исраил халҡын, ғәскәр ише сафҡа теҙеп, Мысырҙан алып сыҡты.


– Раббы ҡулынан Мысырҙа үлгәнебеҙ яҡшыраҡ булыр ине, – тине исраилдар. – Унда ҡаҙан тулы ит алдында ултырыр, икмәкте лә туйғансы ашар инек. Һеҙ беҙҙе был сүлгә бөтә халыҡты астан үлтерер өсөн алып килдегеҙ!


– Бөгөн кис Раббы һеҙгә ризыҡланырға ит, ә иртәнсәк туйғансы ашарлыҡ икмәк бирер, сөнки Ул Үҙенә ҡаршы һуҡранғанығыҙҙы ишетте, – тине Муса. – Ә беҙ шул тиклем кем? Беҙгә түгел, Раббыға ҡаршы һүҙ әйтәһегеҙ һеҙ!


Мусаның һаман тауҙан әйләнеп ҡайтмауын күргәс, халыҡ Һарунды уратып алды ла: – Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, – тине, – сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ.


Ләкин Муса Аллаһы Раббыға ялбара башланы. – Раббым! – тине ул. – Ниңә Һинең Үҙеңдең ҡөҙрәтең – көслө ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡҡан халҡыңа ҡарата асыуың ялҡынлана?


Шул саҡ Раббы Мусаға: – Тиҙ бул, тау башынан төш, – тине. – Һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың боҙолдо.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын.


Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Муса былай тине: – Хәҙер был эштәрҙе башҡарыр өсөн мине Раббы ебәргәнен, быларҙы үҙ ихтыярым менән эшләмәгәнемде белерһегеҙ.


Әгәр инде Раббы ғәҙәттән тыш ғәмәл ҡылып, ер ауыҙын асһа һәм уларҙы барлыҡ мөлкәттәре менән бергә йотһа, улар тереләй үлеләр донъяһына төшһә, был кешеләрҙең Раббынан ваз кискәнен аңларһығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan