Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 13:10 - Изге Яҙма

10 Был күрһәтмәне йылдың-йылы, тәғәйен ваҡытта үтә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Был күрһәтмәне йылдың-йылы, тәғәйен ваҡытта үтә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Был күрһәтмәне йылдың-йылы, тәғәйен ваҡытта үтә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 13:10
8 Iomraidhean Croise  

Был көн һеҙҙең өсөн иҫтәлекле көн булһын: уны быуындан-быуынға Раббының байрамы итеп билдәләгеҙ. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.


Сөсө икмәк байрамы үткәрегеҙ. Нәҡ ошо көн барсағыҙҙы, ғәскәр ише теҙеп, Мысырҙан сығарҙым. Был көн быуындан-быуынға байрам ителһен. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.


Ул төндө Раббы, исраилдарҙы Мысырҙан сығарыр өсөн, уяу булды. Исраил халҡы быуындан-быуынға йыл һайын ошо төндө Раббыға бағышлап уяу булһын.


Раббы һеҙҙе ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр иленә, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткән һөт һәм бал ағып ятҡан ергә, алып килгәс, авив айында бына ошо йоланы үтәгеҙ:


Һеҙгә ҡушҡанымса, авив айының тәғәйен көндәрендә ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын билдәлә. Сөнки ошо айҙа Мысырҙан сыҡтығыҙ. Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен.


Ошо уҡ айҙың ун бишенсе көнө – Раббының Сөсө икмәк байрамы. Ете көн буйы сөсө икмәк ашаясаҡһығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan