Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 7:3 - Изге Яҙма

3 Мин уларға: – Йәрүсәлим ҡапҡаларын ҡояш ҡыҙҙыра башламайынса асмағыҙ. Ҡапҡа һаҡсылары ҡарауылда торған саҡтарында ҡапҡаларҙы ябып бикләһендәр. Һаҡсылар итеп Йәрүсәлимдә йәшәгән кешеләрҙе ҡуйығыҙ, ҡайһы берәүҙәре билдәләнгән урында, икенселәр үҙ йорттары ҡаршыһында торһон, – тинем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 7:3
8 Iomraidhean Croise  

Шунан һуң мин шәмбе көн алдынан эңер төшкәс Йәрүсәлим ҡапҡаларын бикләргә һәм шәмбе үткәнгә тиклем асмаҫҡа бойорҙом. Шәмбе көндө бер ниндәй йөк тә үтмәһен өсөн, ҡапҡалар янына хеҙмәтселәремде ҡуйҙым.


Улар артынан үҙ өйҙәренең ҡаршыһында Бинйәмин менән Хашшув эшләне; артабан үҙ йорто янындағы урынды Ғананияһ улы Мағасеяһтан тыуған Ғазаръяһ төҙәтте.


Йәрүсәлим менән идара итергә туғаным Ханани менән Йәрүсәлим ҡәлғәһе башлығы Хананъяһты ҡуйҙым. Сөнки Хананъяһ күптәргә ҡарағанда тоғро һәм Алланан ҡурҡҡан кеше ине.


Йәрүсәлим иркен һәм ҙур ҡала, әммә кешеләре аҙ ине. Йорттарҙың күбеһе аяҡҡа баҫтырылмағайны әле.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан, Уның юлында йөрөгән әҙәм!


Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan