Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 1:1 - Изге Яҙма

1 Хахалъяһ улы Нөхәмияһтың һүҙҙәре. Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлығының егерменсе йылында, кислеү айында мин Шушан ҡалаһының ҡәлғәһендә инем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 1:1
9 Iomraidhean Croise  

Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙары халҡы өс көн эсендә Йәрүсәлимгә йыйылды. Был туғыҙынсы айҙа, айҙың егерменсе көнөндә булды. Бөтә халыҡ Алла йорто ҡаршыһындағы майҙанда йыйылды, кешеләр хәлдең етдилегенән һәм ҡаты ямғырҙан дер ҡалтырашты.


Исраилдың бер ни тиклем халҡы, ҡаһиндар һәм левиҙәр, йырсылар, ҡапҡа һаҡсылары һәм ҡорам хеҙмәтселәре уның менән бергә Йәрүсәлимгә китә. Артахшаста батша етенсе йыл хакимлыҡ иткәндә була был.


Мөһөрҙәрен баҫтылар: Хахалъяһ улы Нөхәмияһ – өлкә башлығы, Сидкияһ,


Артахшаста батша хакимлығының егерменсе йылында, нисан айында булды был хәл. Батшаға шарап алып килделәр. Мин уны батшаға бирҙем. Быға тиклем минең бер ваҡытта ла уға бойоҡ сырай менән күренгәнем юҡ ине.


Тағы бер нәмә: мин Йәһүҙә ерендә өлкә башлығы итеп билдәләнгән көнөмдән башлап – Артахшаста батша хакимлыҡ итә башлағандың егерменсе йылынан алып утыҙ икенсе йылына тиклем – ун ике йыл буйына мин үҙем һәм туғандарым өсөн тейешле булған аҙыҡты алманым.


Ул көндәрҙә Шушан ҡалаһындағы ҡәлғәлә батша тәхетендә ултырған Ахашверош


Сапҡындар батшаның бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты һәм фарман Шушан ҡәлғәһендә иғлан ителде. Батша менән Һаман шарап эсергә ултырҙы, ә ҡала халҡы аптырап ҡалды.


Мин Ғелам өлкәһендәге Шушан ҡәлғәһендә, Улай йылғаһы буйындамын, имеш.


Дарий батша тәхеткә ултырғандың дүртенсе йылында, туғыҙынсы ай булған кислеү айының дүртенсе көнөндә Зәкәрьяһҡа Раббы һүҙе булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan