Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 10:3 - Изге Яҙма

3 Филиппус һәм Барҫоломай, Томас һәм һалым йыйыусы Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Таддай,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 Филипп һәм Варфоломей, Фома һәм һалым йыйыусы Матфей, Алфей улы Яҡуб, Фаддей,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Филиппус һәм Барҫоломай, Томас һәм һалым йыйыусы Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Таддай,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 10:3
30 Iomraidhean Croise  

Уларҙы ла тыңламаһа, имандаштар берҙәмлегенә һөйлә, ә инде берҙәмлек ағзаларына ла ҡолаҡ һалмаһа, ул саҡта уның менән мөғәмәләң, мәжүси йәки һалым йыйыусы менән нисек, шулай булһын.


Араларында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, Яҡуп менән Йософтоң әсәһе Мәрйәм һәм Зәбәҙәйос улдарының әсәһе бар ине.


Бынан китеп барған Ғайса, һалым йыйыу урынында ултырған берәүҙе күреп ҡалды. Был кешенең исеме Маҫҫайос ине. Ғайса уға: – Миңә эйәр, – тине. Маҫҫайос торҙо ла Уның артынан эйәрҙе.


Был хәлдәргә йыраҡтан ғына ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарап торҙо. Улар араһында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, шулай уҡ кесе Яҡуп менән Йосестың әсәһе Мәрйәм һәм Саломе ла бар ине.


Үтеп барышлай Ул, һалым йыйыу урынында ултырған Алфай улы Левиҙе күреп: – Миңә эйәр! – тине. Леви, тороп, Уның артынан эйәрҙе.


Әндриас, Филиппус, Барҫоломай, Маҫҫайос, Томас, Алфай улы Яҡуп, Таддай, Көрәшсе Шимғон


– Ике кеше доға ҡылыр өсөн Алла йортона ингән: береһе – фарисей, икенсеһе – һалым йыйыусы икән.


Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек тә булмағаным өсөн рәхмәтлемен.


Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймаған, күкрәген төйә-төйә: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булһаңсы!» – тигән.


Бында һалым йыйыусыларҙың башлығы Зәкхәйос исемле бай кеше йәшәй ине.


Ошонан һуң Ғайса был урындан китеп барҙы. Һалым йыйыу урынында ултырған Леви исемле һалым йыйыусыны күреп, уға: – Миңә эйәр, – тине.


– Һин мине ҡайҙан беләһең? – тине Наҫанаил. – Филиппус саҡырғанға тиклем үк Мин һине инжир ағасы төбөндә күргәйнем, – тип яуапланы Ғайса.


Игеҙәк ҡушаматлы Томас шәкерттәргә: – Әйҙәгеҙ, барайыҡ та Ғайса менән бергә үләйек, – тине.


Йәһүҙә (Искариот түгел) Унан: – Хакимым! Ни өсөн Һин Үҙеңде донъяға түгел, ә беҙгә күрһәтергә теләйһең? – тип һораны.


– Хакимым! Һинең ҡайҙа китеүең беҙгә билдәһеҙ, шулай булғас, унда барыр юлды ҡайҙан беләйек? – тине Томас.


– Филиппус, ни тиклем ваҡыт һеҙҙең менән бергәмен, ә һин Мине белмәйһеңме ни? – тине Ғайса. – Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Нисек инде һин: «Беҙгә Атаны күрһәт», – тиһең?


Шимғон Петрус, Игеҙәк ҡушаматлы Томас, Галилеяның Кана ҡалаһынан Наҫанаил, Зәбәҙәйостың улдары һәм йәнә ике шәкерт бергә йыйылғайны.


Ҡайтып еткәс, өҫкө ҡаттағы бүлмәгә күтәрелделәр. Петрус, Яхъя, Яҡуп, Әндриас, Филиппус, Томас, Барҫоломай, Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Көрәшсе Шимғон һәм Яҡуп улы Йәһүҙә бында туҡталды.


Петрус, тауышланмаҫҡа ҡушып, ҡулы менән ишараланы ла Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе. – Был хаҡта Яҡупҡа ла, башҡа имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине лә улар янынан башҡа ергә китте.


Аҙаҡ Яҡуп һүҙ алды: – Имандаштар, мине тыңлағыҙ!


Икенсе көндө Паулус Яҡуп янына килде. Беҙ ҙә уға эйәреп барҙыҡ. Унда барлыҡ берҙәмлек өлкәндәре йыйылғайны.


Әммә Раббының бер туған ҡустыһы Яҡуптан башҡа бер илсене лә күрмәнем.


Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге тип һаналған Яҡуп, Кефас һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Барнабас менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – сит ҡәүемдәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.


Донъя буйлап таралған ун ике ырыуға Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең ҡоло Яҡуптан сәләм!


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡуптың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан яратып саҡырып алынғандарға, Ғайса Мәсихтең ҡурсалауында булғандарға:


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan