Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 9:51 - Изге Яҙма

51 Күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса Йәрүсәлимгә барырға ниәтләп юлға сыҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

51 Был донъянан китеп, күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса тәүәккәлләп Иерусалимға киткән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

51 Күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса Йәрүсәлимгә барырға ниәтләп юлға сыҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 9:51
29 Iomraidhean Croise  

Улар һөйләшә-һөйләшә китеп бара ине, ҡапыл ялҡынлы аттар егелгән ут арбаһы пәйҙә булды ла уларҙы бер-береһенән айырҙы. Ильяс өйөрмәлә күккә ашты.


Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.


Мин ғазап күленә сумдырылырға тейешмен. Шул һынауҙарҙың үткәнен ни тиклем интегеп көтәм!


Ғайса, ҡалалар һәм ауылдар буйлап вәғәзләп, Йәрүсәлимгә юл тотто.


Ғайса, Йәрүсәлимгә барышлай, Самария һәм Галилея сиге буйлап үтте.


Ғайса ун ике шәкертен ситкә алып китеп: – Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ.


Быны тыңлап торған кешеләргә Ғайса, һүҙен дауам итеп, тағы ла бер ҡисса һөйләне. Ул Йәрүсәлимгә яҡынлашҡайны, ә халыҡ, оҙаҡламай Алла Батшалығы етергә тейеш, тип уйлай ине.


Ғайса, был ҡиссаны һөйләгәндән һуң, Йәрүсәлимгә табан юл тотто.


Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынды.


Юлда барғанда кемдер берәү Ғайсаға: – Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тип өндәште.


Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына күсер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.


Мин донъяға Атамдан килдем һәм бына яңынан, донъяны ҡалдырып, Атам янына китәм.


Ә хәҙер Мин Үҙемде Ебәргәндең янына китәм, инде берегеҙ ҙә Минән: «Ҡайҙа бараһың?» – тип һорамай,


Мин инде донъяла түгел, Мин Һинең яныңа китәм, ә улар донъяла ҡала. Изге Атам! Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһындар өсөн, уларҙы Үҙ исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡла.


Әҙәм Улының элек булған урынына күтәрелгәнен күрһәгеҙ, нимә буласаҡ?


Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә олғашты, болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе.


менән Алла Мәсихтә лә, Уны үленән терелтеп, күктә Үҙенең уң яғына ултыртҡанда эш итте.


маҡсатыма – Алла мине күктән Ғайса Мәсихтә алырға саҡырған бүләккә ашҡынам.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, дан менән күккә күтәреп алынды.


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Унда беҙҙең хаҡҡа, Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге мәңгелек Баш Ҡаһин булғандан һуң, башлап йөрөүсебеҙ булып Ғайса инде.


Ул, күккә ашып, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, көстәр ҙә буйһонған.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan