Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 9:2 - Изге Яҙма

2 Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға сығарып ебәрҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

2 Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға оҙатҡан.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға сығарып ебәрҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 9:2
14 Iomraidhean Croise  

Ғайса ошо ун ике илсене нәсихәт биреп юлға оҙатты: – Башҡа ҡәүемдәргә бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ.


Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаған һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ.


Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.


– Тәүбәгә килегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.


Ғайса уларға: – Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ.


Шулай итеп, шәкерттәр юлға сығып китте һәм кешеләрҙе тәүбәгә килергә өндәп йөрөнөләр,


Шунан һуң Раббы Ғайса, тағы етмеш ике шәкертте һайлап алып, барырға ниәтләгән һәр ҡала һәм ауылға уларҙы Үҙенең алдынан икешәрләп сығарып ебәрҙе.


«Ҡалағыҙҙың аяҡтарыбыҙға ҡунған туҙанын да һеҙгә ҡағып ҡалдырабыҙ. Шулай ҙа белегеҙ, Алла Батшалығы яҡынлаша», – тиерһегеҙ.


Ундағы ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ һәм ҡалала йәшәүселәргә: «Һеҙгә Алла Батшалығы яҡынлаша», – тип әйтегеҙ.


Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр дәүере Яхъя килгәнгә тиклем дауам итте. Хәҙер иһә Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә, һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала.


Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәрҙе. Ғайса, халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan