Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 8:25 - Изге Яҙма

25 Ул шәкерттәренән: – Ышанысығыҙ ҡайҙа һуң һеҙҙең? – тип һораны. Ҡурҡыуға төшкән шәкерттәр хайран ҡалып бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Елгә лә, һыуға ла бойора, ә улары буйһона, – тиеште.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

25 Ул шәкерттәренән: – Ышанысығыҙ ҡайҙа һуң һеҙҙең? – тип һораған. Шәкерттәр иһә ҡурҡып һәм таң ҡалып бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Елгә лә, һыуға ла бойора, ә улары буйһона, – тиешкәндәр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

25 Ул шәкерттәренән: – Ышанысығыҙ ҡайҙа һуң һеҙҙең? – тип һораны. Ҡурҡыуға төшкән шәкерттәр хайран ҡалып бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Елгә лә, һыуға ла бойора, ә улары буйһона, – тиеште.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 8:25
16 Iomraidhean Croise  

Кем күктәргә ашып, ергә төштө? Елде кем усына йыйҙы? Кем һыуҙы итәгенә төйнәне? Ерҙең сиктәрен кем билдәләне? Исеме кем? Улының исеме кем? Әгәр белһәң, һөйлә.


Ул һыу ташып сыҡмаһын тип, диңгеҙгә ярҙар ҡуйғанда, ергә нигеҙ һалған саҡта –


Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды: – Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың?


– Иманығыҙ аҙ булған өсөн, – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең гәрсис орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, тау күсәсәк. Һеҙҙең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә булмаҫ ине.


Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе нисек кейендермәһен ти инде, эй иманы аҙҙар?


Быны ишетеп, Ғайса бик ғәжәпләнде. Артынан эйәреп килгән кешеләргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең Исраил халҡы араһында был тиклем көслө иманға эйә булған берәүҙе лә осратҡаным юҡ.


– Эй, иманы аҙҙар, ниңә улай ҡотоғоҙ осто? – тине Ғайса уларға. Ул тороп елде лә, күлде лә тыйҙы. Тәрән тынлыҡ урынлашты.


Шул көндө кисен Ғайса шәкерттәренә: – Әйҙәгеҙ, теге яҡ ярға сығайыҡ, – тине.


Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендерер, эй иманы аҙҙар.


Шәкерттәре Ғайса янына килеп: – Остаз, Остаз! Батабыҙ бит! – тип ҡысҡырып Уны уяттылар. Ғайса иһә тороп елде лә, ҡоторонған тулҡындарҙы ла тыйҙы һәм, улар туҡтағас, тынлыҡ урынлашты.


Улар күлдең аръяғына, Галилеяға ҡаршы урынлашҡан Гераса еренә килеп етте.


Ғайса уға: – Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың шөһрәтен күрерһең», – тип әйтмәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan