Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 8:22 - Изге Яҙма

22 Бер көндө Ғайса шәкерттәре менән кәмәгә инеп ултырҙы ла: – Әйҙәгеҙ, күлдең теге ярына сығайыҡ, – тине. Улар ҡуҙғалды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

22 Бер көндө Ғайса шәкерттәре менән кәмәгә ултырған да: – Әйҙәгеҙ, күлдең теге яҡ ярына сығайыҡ, – тигән. Улар ҡуҙғалған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

22 Бер көндө Ғайса шәкерттәре менән кәмәгә инеп ултырҙы ла: – Әйҙәгеҙ, күлдең теге ярына сығайыҡ, – тине. Улар ҡуҙғалды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 8:22
12 Iomraidhean Croise  

Шунда уҡ Ғайса шәкерттәренә кәмә менән аръяҡҡа сыға торорға ҡушты, ә Үҙе халыҡты таратҡансы шунда ҡалды.


Ғайса, эргә-тирәһенә йыйылған күмәк халыҡты күреп, шәкерттәренә күлдең теге ярына сығырға ҡушты.


Ғайса кәмәлә икенсе ярға кире сыҡҡас, Уның янына күмәк халыҡ йыйылды. Ул күл буйында саҡта,


Ул арала Ғайса шәкерттәренә кәмә менән аръяҡтағы Бейт-Сайдаға бара торорға ҡушты, Үҙе халыҡты таратҡансы шунда ҡалды.


Ғайса улар янынан китте, тағы кәмәгә ултырып, аръяҡҡа сыҡты.


Бер ваҡыт, Геннисарет күле буйында, Алла һүҙен тыңларға тип йыйылған халыҡ Ғайсаны төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлай башланы.


Кәмәлә барған саҡта Ғайса йоҡлап китте. Күл өҫтөндә көслө дауыл күтәрелде, һәм кәмә эсенә һыу тула башланы, кәмәләгеләргә хәүеф янай ине.


Теге кешенән сыҡҡан ендәр сусҡаларҙың эсенә барып ингәс, көтөү сабып китте лә, текә ярҙан күлгә ташланып, батып үлде.


Шунан һуң Ғайса Галилея күленең икенсе ярына китте. Был Тибериас күле тип тә атала.


Беҙ Асия өлкәһе ярҙары буйлап бара торған, Адрамиттан килгән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Тессалонике ҡалаһында йәшәүсе македон Аристархос та бар ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan