Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 7:34 - Изге Яҙма

34 Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – тиһегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

34 Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, күрегеҙ, ул ашамһаҡ һәм эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы», – тиһегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

34 Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – тиһегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 7:34
13 Iomraidhean Croise  

Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла аҡылының хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә.


Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни?


Быны күргән фарисейҙар шәкерттәрҙән: – Ни өсөн һеҙҙең Остазығыҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап ултыра? – тип һораны.


Ғайса һүҙен тамамлағас, фарисейҙарҙың берәүһе Уны ашҡа саҡырҙы. Ғайса, өйгә инеп, табын артына ултырҙы.


Шәмбе көнө Ғайса фарисей башлыҡтарының береһенең өйөнә ашҡа барҙы. Ундағыларҙың барыһы ла Ғайсаны диҡҡәт менән күҙәтте.


Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә: – Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранды.


Был хәлде күреп торған барыһы ла: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранды.


Үҙенең өйөндә Леви Ғайса хөрмәтенә оло табын ҡорҙо. Табынға һалым йыйыусылар һәм башҡа кешеләр ҙә күп килде.


Сумдырыусы Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, ә һеҙ: «Уға ен эйәләшкән», – тиһегеҙ.


Әммә Алла аҡылы уны ҡабул иткән бөтә кешеләр тарафынан хаҡ тип раҫлана.


Фарисейҙарҙың береһе Ғайсаны ашҡа саҡырҙы. Ғайса, фарисейҙың өйөнә инеп, табынға ултырҙы.


Унда Ғайса хөрмәтенә табын йыйҙылар. Марта өҫтәл тәрбиәләп йөрөнө, ә Әлғазар Ғайса һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә табында ултырҙы.


Ғайса ла Үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan