Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 7:14 - Изге Яҙма

14 Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылды. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаны. – Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорҙо Ғайса.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

14 Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылған. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаған. – Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорған Ғайса.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

14 Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылды. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаны. – Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорҙо Ғайса.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 7:14
20 Iomraidhean Croise  

Ул баланың өҫтөнә өс тапҡыр ҡапланып: – Эй Раббым Аллам, зинһар, был баланың йәнен тәненә кире ҡайтар! – тип ялбарҙы.


Раббы Ильястың ялбарыуына илтифат итте. Балаға ҡабат йән инде, ул тын ала башланы һәм терелеп китте.


Кеше лә ятыр ҙа башҡа тормаҫ, Күктәр юҡ булғанға тиклем уятылмаҫ, Шул йоҡоһонан айнымаҫ.


Әммә үлгән кеше ҡабат терелерме? – Нәүбәт көндәрем үткәнгә тиклем Ҡотолоу килгәнде көтөр инем.


Татып ҡарағыҙ, күрегеҙ – Раббы ниндәй игелекле; Ниндәй бәхетле Уға һыйынған әҙәм!


Әммә Һинең үлгәндәрең тереләсәк, Минең мәрхүмдәрем тороп аяҡҡа баҫасаҡ. Эй һеҙ, тупраҡ аҫтында ятҡандар, уянығыҙ, Ҡыуанышып йырлағыҙ! Һинең ысығың – яҡтылыҡ биреүсе ысыҡ! Ер үлеләрҙе кире ҡайтарасаҡ.


Баланың ҡулынан тотоп: – Талиҫа, кум! – тине. Бының тәржемәһе: «Ҡыҙыҡай, һиңә әйтәм, тор!»


Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: – Илама, – тине.


Үлгән егет тороп ултырҙы, һөйләшә башланы. Ғайса әсәһенә улын ҡайтарып бирҙе.


Ғайса тураһындағы бындай хәбәр бөтөн Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралды.


Ғайса: – Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк.


Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Улының тауышын ишеткәс, үлеләр тереләсәк ваҡыт етеп килә һәм ул килеп етте лә инде!


Ундайҙарҙың йәшерен рәүештә ҡылғандары тураһында һөйләргә лә оят.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan