Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 6:46 - Изге Яҙма

46 Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хакимым, Хакимым», – тип өндәшәһегеҙ, ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

46 Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хужам, Хужам», – тип өндәшәһегеҙ, ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

46 Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хакимым, Хакимым», – тип өндәшәһегеҙ, ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 6:46
9 Iomraidhean Croise  

– Ул – атаһын, ҡол хужаһын хөрмәтләй. Әгәр Мин Атаймын икән, ҡайҙа Миңә хөрмәт? Әгәр Мин Хужамын икән, ҡайҙа Минән ҡурҡыуығыҙ? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Һеҙ, ҡаһиндар, Минең исемемде хурлайһығыҙ, ә үҙегеҙ: «Нисек итеп Һинең исемеңде хурлайбыҙ?» – тип һорайһығыҙ.


Бынан һуң бүтән ҡыҙҙар ҙа килеп етеп: «Әфәнде, әфәнде, беҙгә ишек ас!» – тип үтенгән.


Ниһайәт, бер талант алғаны килгән: «Хужам, һинең аяуһыҙ икәнеңде беләм: үҙең сәсмәгән ерҙә ураһың, үҙең һипмәгән ерҙә йыяһың.


Шунда былары ла: «Хакимыбыҙ! Ҡасан беҙ Һинең ас йөрөгәнеңде, һыуһағаныңды, мосафирлығыңды, яланғас, ауырыу булғаныңды, төрмәлә ултырғаныңды күреп тә, Һиңә ярҙам итмәнек?» – тип һорарҙар.


Алданмағыҙ: Алланы алдаштырыу мөмкин түгел – кеше ни сәсһә, шуны ура.


Һүҙҙе тыңлап ҡына ҡалмағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә, шунһыҙ үҙ-үҙегеҙҙе алдайһығыҙ ғына.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan