Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 6:19 - Изге Яҙма

19 Бөтә халыҡ Ғайсаға ҡағылырға тырышты, сөнки Унан сыҡҡан ҡөҙрәт һәммәһен дә һауыҡтыра ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

19 Бөтә халыҡ Ғайсаға ҡағылырға тырышҡан, сөнки Унан сыҡҡан ҡөҙрәт һәммәһен дә һауыҡтырған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

19 Бөтә халыҡ Ғайсаға ҡағылырға тырышты, сөнки Унан сыҡҡан ҡөҙрәт һәммәһен дә һауыҡтыра ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 6:19
15 Iomraidhean Croise  

Бер мәлде исраилдар үлгән кешене дәфен ҡыла ине, ҡапыл Моав баҫҡынсыларын күреп ҡалдылар ҙа, мәйетте Ильясиғиндың төрбәһенә ташлап ҡастылар. Ильясиғиндың һөйәктәренә тейгән мәйет терелеп, аяғына баҫты.


Улар Ғайсанан кейеменең сабыуына ғына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенде. Кем генә ҡағылмаһын, барыһы ла һауыҡты.


Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды.


Ғайса, шул мәлдә Үҙенән көс сыҡҡанын һиҙеп, халыҡҡа боролдо. – Минең кейемемә кем ҡағылды? – тип һораны Ул.


Ғайса ҡайҙа ғына бармаһын – берәй ауылғамы, ҡалаға йәки утарҙарғамы, ауырыуҙарҙы майҙандарға килтереп һалыр булдылар. Унан һис юғы кейеменең сабыуына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенделәр. Уға кем генә ҡағылмаһын, бөтәһе лә һауыҡты.


Бына улар Бейт-Сайдаға килде. Кешеләр бер һуҡырҙы алып килделәр ҙә Ғайсаның уға ҡул тейҙереүен үтенделәр.


Бер тапҡыр, Ғайса халыҡҡа аң-белем биргән саҡта, тыңлаусылар араһында Галилеяның һәм Йәһүҙиәнең барлыҡ ауылдарынан, шулай уҡ Йәрүсәлимдән килгән фарисейҙар менән ҡанун өйрәтеүселәр ҙә ултыра ине. Раббы ҡөҙрәте Ғайса менән ине, һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы.


Улар Ғайсаны тыңларға, ауырыуҙарынан арынырға килгәйне. Яуыз рухтарҙан ғазап сиккән кешеләр ҙә һауыҡты.


Паулус ҡағылған ҡулъяулыҡтарҙы, билбауҙарҙы алып ҡайтып, ауырыуҙарҙың өҫтөнә һалғандан һуң, улар һауыҡты, эстәренән яуыз рухтар сыҡты.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan