Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 5:8 - Изге Яҙма

8 Шимғон Петрус был хәлде күреп: – Хакимым, кит минең янымдан! Мин гонаһлы, – тип Ғайсаның тубығына йығылды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

8 Симон Петр был хәлде күреп: – Хужам, кит минең янымдан! Мин – гонаһлы, – тип Ғайсаның тубыҡтарына йығылған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Шимғон Петрус был хәлде күреп: – Хакимым, кит минең янымдан! Мин гонаһлы, – тип Ғайсаның тубығына йығылды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 5:8
19 Iomraidhean Croise  

Шул көндө Дауыт Раббынан бик ныҡ ҡурҡты һәм: «Нисек Раббының һандығын үҙемә алып ҡайтайым?» – тине.


– Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа.


Һин дә Алла һымаҡ ҡеүәтлеме? Тауышың Уныҡылай күкрәйме?


– Беҙгә һин һөйлә, – тине улар Мусаға, – ә беҙ һине тыңлап торорбоҙ. Тик Алла беҙҙең менән һөйләшмәһен, юҡһа беҙ үлербеҙ.


– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.


Был тауышты ишетеп, шәкерттәр йөҙтүбән ергә ҡапланды, сөнки ҡоттары осҡайны.


Өйгә ингәс, улар Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙе. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, шулай уҡ ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.


– Әфәндем! Мин Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип яуап бирҙе Уға йөҙ башы. – Бер һүҙ генә әйт – хеҙмәтсем һауығыр.


Ҡул болғап, балыҡсылар иптәштәрен ярҙамға саҡырҙы. Иптәштәре килеп, ике кәмәне лә балыҡ менән тултырғас, кәмәләр бата яҙҙы.


Балыҡтың күп эләгеүе Шимғон Петрусты ла, уның менән булғандарҙы ла ҡурҡыуға һалды.


Мәрйәм Ғайса торған ергә килеп еткәс, Уны күреп: – Хакимым! Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тине лә Уның аяғына йығылды.


Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге тоноҡ сағылыш кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулыһынса беләсәкмен.


Мин, Уны күргәс, үле һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине: – Ҡурҡма! Мин – Тәүге һәм Һуңғы,


Маноах ҡатынына: – Әжәлебеҙ еткәндер инде – Алланы күрҙек бит, – тине.


Бейт-Шәмәш халҡы: – Был мөҡәддәс Алланың, Раббының, алдында кем баҫып тора алыр? Уның һандығын үҙебеҙҙән ҡайҙа ебәрергә икән? – тинеләр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan