Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 4:2 - Изге Яҙма

2 Ғайса унда ҡырҡ көн буйы Иблис тарафынан һынау үтте, был көндәрҙә Ул бер нәмә лә ашаманы һәм ахырҙа бик ныҡ асыҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

2 Ғайса унда ҡырҡ көн буйы Иблис тарафынан һынау үткән, был көндәрҙә Ул бер нәмә лә ашамаған һәм ахырҙа бик ныҡ асыҡҡан.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Ғайса унда ҡырҡ көн буйы Иблис тарафынан һынау үтте, был көндәрҙә Ул бер нәмә лә ашаманы һәм ахырҙа бик ныҡ асыҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 4:2
16 Iomraidhean Croise  

Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


Ильяс торҙо, ашаны-эсте, ошо ризыҡ уға ҡырҡ көн, ҡырҡ төн атлап Алланың тауы Хоревҡа барып етерлек көс бирҙе.


– Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты.


Муса, болот эсенә инеп, тау башына күтәрелде һәм унда ҡырҡ көн, ҡырҡ төн булды.


Муса Раббы менән ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн булды. Ауыҙына икмәк тә, һыу ҙа ҡапманы. Ул таҡтаташтарға килешеү шарттарын – Ун бойороҡто яҙып ҡуйҙы.


Батша үҙенең һәм вәзир-бәктәренең исеменән Ниневелә ошо фарманды халыҡҡа еткерергә ҡушты: «Кешеләр ҙә, хайуандар: эреле-ваҡлы мал-тыуар ҙа бер нәмә лә ашамаһын, утлауҙа йөрөмәһен, һыу эсмәһен.


Иртәгәһенә Йәрүсәлимгә китеп барышлай Ғайса асыҡҡанын тойҙо.


Тәғәм ризыҡ ҡапмайынса ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәргәндән һуң, Ғайса бик ныҡ асыҡты.


– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау ташҡа икмәккә әйләнергә бойор, – тине Уға Иблис.


Унда Яҡуп ҡоҙоғо бар ине. Юлда арыған Ғайса шул ҡоҙоҡ янына килеп ултырҙы.


Һеҙҙең барлыҡ гонаһтарығыҙ өсөн, Раббы алдында яуызлыҡ ҡылып Уны асыуландырған өсөн йәнә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ашамай-эсмәй Раббы алдында ергә ҡапланып, ялбарып һораным.


Раббы һеҙҙе юҡ итәсәген әйткән өсөн, Уның алдында ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ергә ҡапланып яттым.


Мин таҡтаташтарҙы – Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүе яҙылған таҡтаташтарҙы – алырға тауға мендем; унда ҡырҡ көн, ҡырҡ төн булдым: икмәк ашаманым, һыу эсмәнем.


Ғайса Үҙе лә, һынауҙарҙан үтеп ғазап сикте. Шуның өсөн Ул һынауҙан үткәндәргә ярҙам итә ала.


Баш Ҡаһиныбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтә нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.


Пелешти Голиаҫ ҡырҡ көн буйы иртәле-кисле уртаға сығып майҙан тотто.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan