Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 22:18 - Изге Яҙма

18 Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Алла батшалығы килгәнгә тиклем, Мин йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

18 Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Алла батшалығы килгәнгә тиклем, Мин йөҙөм шарабын эсмәйәсәкмен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

18 Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Алла батшалығы килгәнгә тиклем, Мин йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 22:18
22 Iomraidhean Croise  

«Минең мәсихтәремә һеҙ ҡағылмағыҙ, Пәйғәмбәрҙәремә яманлыҡ ҡылмағыҙ».


Баҡсама килдем, һылыуым, кәләшем минең. Миррам менән хуш еҫле үләндәремде йыйҙым, Кәрәҙемдән балымды ашаным, Һөтөм менән шарабымды эстем. Туйғансы ашағыҙ, дуҫтар! Эй ғашиҡтар, Һөйөүҙән иҫергәнсе эсегеҙ!


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы был тауҙа Бар халыҡтар өсөн затлы ризыҡтарҙан, Затлы шараптарҙан табын ҡорор. Унда туҡлыҡлы ризыҡтар, һөҙөлгән шарап булыр.


«Эй бөтә сарсағандар, һыуға килегеҙ! Аҡсаһы булмағандар, килегеҙ, алығыҙ, ашағыҙ; Килегеҙ, көмөш түләмәйенсә, Бушлай алығыҙ шарап менән һөттө!


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡын яҡлар. Улар дошмандарын тар-мар итер, Һапҡысыларҙы юҡҡа сығарыр, Шарап эсеп иҫергән һымаҡ геүләшер, Ҡорбан ҡаны тулған сеүәтәләр кеүек булыр, Ҡорбан усағының мөйөштәреләй ҡанға мансылыр.


Ниндәй күркәм һәм мул буласаҡ ил! Йәш егеттәр менән ҡыҙҙар туйғансы икмәк ашап, Яңы шарап эсеп, һау-сәләмәт үҫер.


Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петрус һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ.


Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Атам Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин инде йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен.


Шунан кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә бирҙе. Барыһы ла шул кәсәнән эсте.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығында яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин инде йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен, – тине Ғайса.


Уға мирра ҡатыш шарап бирҙеләр, ләкин Ул эсмәне.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнсе, үлем татымаҫ.


Шуның кеүек, быларҙың ғәмәлгә ашҡанын күргәндә, Алла Батшалығының яҡын икәнлеген белерһегеҙ.


Һеҙгә әйтәм: был байрам ашы Алла батшалығында тулы мәғәнәгә эйә булғанға тиклем Мин уны ашамаясаҡмын, – тине уларға Ғайса.


Һеҙгә ысынын әйтәм: бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығын күргәнсе, үлем татымаҫ.


Ул беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан ҡотҡарҙы һәм Үҙенең ҡәҙерле Улының батшалығына алып инде.


Йөҙөм ағасы уларға: «Илаһтарҙың һәм кешеләрҙең күңелен аса торған һутымды биреүҙән туҡтап, башҡа ағастар өҫтөнән тәлгәштәремде һелкетеп торайыммы?» – тигән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan