Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 21:37 - Изге Яҙма

37 Ғайса көндөҙ Алла йортонда аң-белемгә өйрәтте, төндәрен иһә, ҡаланан сығып, Зәйтүн тауы тип аталған тауҙа үткәрҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

37 Ғайса көндөҙ Алла Йортонда өйрәткән, төндәрен иһә, ҡаланан китеп, Зәйтүн тауы тип аталған тауҙа үткәргән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

37 Ғайса көндөҙ Алла йортонда аң-белемгә өйрәтте, төндәрен иһә, ҡаланан сығып, Зәйтүн тауы тип аталған тауҙа үткәрҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 21:37
15 Iomraidhean Croise  

Был көндө Уның аяҡтары Йәрүсәлимдең көнсығышындағы Зәйтүн тауында торор. Зәйтүн тауы, көнсығыштан көнбайышҡа уртаға ярылып, бик ҙур үҙән хасил булыр. Тауҙың бер яртыһы төньяҡҡа, икенсе яртыһы көньяҡҡа күсер.


Йәрүсәлимгә яҡынлашып, Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге ауылына еткәс, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.


Ғайса, уларҙы ҡалдырып, ҡаланан Бейт-Әниәгә китте һәм шунда ҡунды.


Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына йүнәлде.


Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Көн һайын Алла йортонда һеҙҙе өйрәтеп ултырҙым. Һеҙ шунда Мине тотманығыҙ.


Иртәгәһе көндө, Бейт-Әниәнән сыҡҡан мәлдәрендә, Ғайса асыҡҡанын тойҙо.


Кис еткәс, Ғайса шәкерттәре менән ҡаланан сығып китте.


Көн һайын Алла йортонда арағыҙҙа булдым, аң-белем бирҙем, ә һеҙ Мине тотманығыҙ. Әммә әйҙә Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын! – тине Ғайса.


Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге менән Бейт-Әниә ауылдарына яҡынлашҡас, ике шәкертен алдан ебәрҙе:


Ғайса Зәйтүн тауынан Йәрүсәлимгә табан төшә торған юлға яҡынлашҡас, күп һанлы шәкерттәр төркөмө, үҙҙәре күргән бөтөн мөғжизәләр өсөн ҡыуанышып, көслө тауыштар менән Алланы данлай башланылар:


Ғайса көн һайын Алла йортонда аң-белемгә өйрәтте. Баш ҡаһиндар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны һәләк итергә әмәл эҙләне.


Ғайса, ҡаланан сығып, ғәҙәттәгесә, Зәйтүн тауына йүнәлде, Уның артынан шәкерттәре лә эйәрҙе.


Ҡотҡарылыу байрамына алты көн ҡалғас, Ғайса Бейт-Әниәгә килде. Был – Ғайса үлемдән терелткән Әлғазар йәшәгән ауыл ине.


Ғайса шәкерттәре менән йыш ҡына шунда йыйылғанлыҡтан, был урынды хыянатсы Йәһүҙә лә белә ине.


Шунан аҙаҡ илселәр Йәрүсәлимдән бер саҡрым самаһы юлда ятҡан Зәйтүн тауы тип аталған тауҙан Йәрүсәлимгә ҡайтты.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan