Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 2:41 - Изге Яҙма

41 Ғайсаның атаһы менән әсәһе йыл һайын Йәрүсәлимгә Ҡотҡарылыу байрамына бара торғайны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

41 Ғайсаның атаһы менән әсәһе йыл һайын Иерусалимға Ҡотҡарылыу байрамына йөрөгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

41 Ғайсаның атаһы менән әсәһе йыл һайын Йәрүсәлимгә Ҡотҡарылыу байрамына бара торғайны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 2:41
18 Iomraidhean Croise  

Уны ошолай ашағыҙ: билегеҙ быуылған, аяғығыҙға кейелгән булһын. Таяғығыҙ ҡулығыҙҙа көйө, юлға әҙер булып, ашығып-ҡабаланып ашағыҙ уны. Был – Раббы хөрмәтенә үткәрелә торған Ҡотҡарылыу байрамының ҡорбаны.


Был көн һеҙҙең өсөн иҫтәлекле көн булһын: уны быуындан-быуынға Раббының байрамы итеп билдәләгеҙ. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.


Бөтә ир-егеттәрегеҙ йылына өс тапҡыр бөйөк Хаким алдына – Исраил Аллаһы Раббы хозурына килеп баҫырға тейеш.


Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә, эңер төшкәс, Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы башланыр.


Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә – Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы.


Ғайсаға ун ике йәш булғанда улар, ғәҙәттәгесә, байрамға китте.


Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡайны. Байрам алдынан таҙарыныу йолаһын башҡарырға тип, илдең төрлө төбәктәренән күп кеше Йәрүсәлимгә килде.


Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына күсер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.


Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡас, Ғайса Йәрүсәлимгә килде.


Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашып килә ине.


Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.


Һеҙ уларҙы тик Аллағыҙ Раббы һайлаған урында, Аллағыҙ Раббы алдында ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең төйәктә йәшәгән левиҙәр менән бергә ашарға тейешһегеҙ. Аллағыҙ Раббы хозурында эшләп тапҡандарығыҙ өсөн һөйөнөрһөгөҙ.


Бөтә ир-ат йылына өс тапҡыр – Сөсө икмәк байрамында, Аҙналар байрамында, Ҡыуыш байрамында – Аллағыҙ Раббы ҡаршыһына, Ул һайлаған урынға килергә тейеш. Бер кем дә Раббы хозурына буш ҡул менән килмәһен.


Ире Әлҡана бөтә ғаиләһе менән Раббыға йыллыҡ ҡорбандарын биреү, нәҙерҙәрен үтәү өсөн Шилоға юлланды.


Әлҡана, Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ғибәҙәт ҡылыу һәм ҡорбан салыу өсөн, йыл һайын тәғәйен көндәрҙә үҙ ҡалаһынан Шилоға бара торғайны. Унда Ғәлиҙең ике улы, Хофни менән Пинхас, Раббының ҡаһиндары ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan