Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 19:8 - Изге Яҙма

8 Зәкхәйос иһә, тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

8 Закхей иһә тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тигән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Зәкхәйос иһә, тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 19:8
22 Iomraidhean Croise  

Был ҡылығы һәм рәхимһеҙлеге өсөн унан һарыҡ хаҡын дүртләтә түләтергә кәрәк, – тине.


Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары.


Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма.


Ә шулай ҙа тотһалар, ете ҡат арттырып түләтерҙәр, бөтә мөлкәтен тартып алырҙар.


аманат итеп алғанын кире бирһә, урлағаны өсөн түләһә, гонаһ ҡылмайынса, тормош ҡағиҙәләре буйынса йәшәһә, – мотлаҡ йәшәр, үлмәҫ.


Ул ҡылған гонаһын таныһын; килтергән зыяны өсөн шул кешегә йолом түләһен һәм шуға йолом хаҡының тағы ла биштән бер өлөшөн өҫтәһен.


Һауыт-һабағыҙҙың эсендәген фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта һеҙҙең өсөн бөтә нәмә пак булыр.


Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ.


Һеҙгә әйтәм: был донъяның байлығын, изгелек итеп, үҙегеҙгә дуҫтар булдырыу өсөн файҙаланығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, байлыҡ бөткәс, мәңгелек йәшәү йорттарына ҡабул ителерһегеҙ.


Был хәлде күреп торған барыһы ла: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранды.


Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: – Илама, – тине.


уларҙы Раббы Ғайсаға ебәрҙе: – Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушты.


Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan