Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 19:4 - Изге Яҙма

4 Шунлыҡтан, Ғайсаны күрергә тип, алға йүгереп сыҡты ла ҡырағай инжир ағасына менеп ултырҙы. Ғайса ошо урындан үтергә тейеш ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

4 Шунлыҡтан, Ғайсаны күрергә тип алға йүгереп сығып, ҡырағай инжир ағасына менеп ултырған. Ғайса ошо урындан үтергә тейеш булған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Шунлыҡтан, Ғайсаны күрергә тип, алға йүгереп сыҡты ла ҡырағай инжир ағасына менеп ултырҙы. Ғайса ошо урындан үтергә тейеш ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 19:4
11 Iomraidhean Croise  

Сөләймән батшалыҡ иткән осорҙа Йәрүсәлимдә көмөш ябай бер таш кеүек кенә ҡалды. Кедр ағасы иһә Шефелала үҫкән ҡырағай инжир ағасы һымаҡ күп булды.


Шефелалағы зәйтүн һәм ҡырағай инжир ағастары өсөн Ғәдәрҙән Бәғел-Ханан, ә һаҡлауҙа булған ағас майҙары өсөн Йоғаш яуаплы була.


Сөләймән батшалыҡ иткән осорҙа Йәрүсәлимдә алтын менән көмөш ябай бер таш кеүек кенә ҡала. Кедр ағасы иһә Шефелала үҫкән ҡырағай инжир ағасы һымаҡ күп була.


Сөләймән батшалыҡ иткән осорҙа Йәрүсәлимдә көмөш ябай бер таш кеүек кенә булып ҡала. Кедр ағасы иһә Шефелала үҫкән ҡырағай инжир ағасы һымаҡ күп була.


«Кирбес йорттар йығылған икән, Шымартылған таштан һалырбыҙ; Ҡырағай инжир ағастары ҡырҡылған икән, Кедрға алмаштырырбыҙ».


Ғамос Амасъяһҡа: – Мин пәйғәмбәр ҙә, пәйғәмбәр нәҫеленән дә түгелмен. Мин мал ҡарайым һәм ҡырағай инжир ағастарын тәрбиәләйем.


Раббы Ғайса былай тине: – Әгәр һеҙҙең гәрсис орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине.


Ул Ғайсаны нисек булһа ла күреп ҡалырға тырышты, ләкин, буйға тәпәш булғанлыҡтан, халыҡ араһынан Уны күрә алманы.


Ғайса унда килеп еткәс, күтәрелеп ҡараны ла: – Зәкхәйос! Төш тиҙерәк, Мин бөгөн һиндә ҡунаҡ булырға тейешмен, – тине.


Ләкин халыҡ араһынан үтергә юл таба алмағанлыҡтан, өй башына менеп, ҡыйығын һүтеп, ауырыуҙы түшәге менән бергә төркөм уртаһына, Ғайсаның алдына төшөрҙөләр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan