Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 19:12 - Изге Яҙма

12 Ғайса былай тине: – Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итергә лә әйләнеп ҡайтырға тип, алыҫ юлға сыҡҡан.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

12 Ғайса былай тигән: – Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итеү өсөн, алыҫ юлға сыҡҡан. Шунан һуң ул кире әйләнеп ҡайтырға тейеш булған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

12 Ғайса былай тине: – Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итергә лә әйләнеп ҡайтырға тип, алыҫ юлға сыҡҡан.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 19:12
18 Iomraidhean Croise  

Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, бер-береһенә: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.


Ғайса уларҙың янына килеп былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.


Ғайса уларға ҡиссалар менән һөйләй башланы: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән.


Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.


Ғайса халыҡҡа ошондай ҡисса һөйләне: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан да, уны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, оҙайлы ваҡытҡа ситкә сығып киткән.


Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынды.


– Тимәк, Һин Батшаһың, шулаймы? – тине Пилатос. Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тип яуапланы.


Алла бар ғаләмдәге ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөм итәсәк Затты ла һайлап ҡуйҙы инде. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Паулус.


Мәсихкә бөтә дошмандарын Үҙ аяғы аҫтына һалғанға тиклем батшалыҡ итеү тәғәйенләнгән.


Мәсих тә, бик күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.


Ул, күккә ашып, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, көстәр ҙә буйһонған.


Бына Ул болоттар араһында килер, Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар Уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan