Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 18:11 - Изге Яҙма

11 Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек тә булмағаным өсөн рәхмәтлемен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

11 Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек – талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла, йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек булмағаным өсөн рәхмәт белдерәм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек тә булмағаным өсөн рәхмәтлемен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 18:11
26 Iomraidhean Croise  

Раббыны данлағыҙ! Раббы исемен данлағыҙ, Эй Раббы ҡолдары, маҡтау йырлағыҙ!


Шөкөр итегеҙ аллалар Аллаһына, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


«Тоғромон», – тип күптәр һөрән һала, ләкин таянырлыҡ иптәш табырһыңмы?


Үҙ күҙендә таҙа булып күренгән, ләкин нәжесенән таҙармаған заттар була.


Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.


Аллаларына тоғро халыҡтай, Улар туҡтауһыҙ Мине эҙләгән була. Раббының ҡанунын онотмаған халыҡ һымаҡ, Юлдарымды өйрәнергә теләй. Минән ғәҙел хөкөм һорай, Алланың яҡын булыуын теләй.


Бер-береһенә әйтәләр: „Йыраҡ тор, Миңә яҡынлама, сөнки мин һинән изгерәкмен“. Уларҙың барыһы көнө буйы янып торған ут һымаҡ, Төтөндәре танауымды әсеттерә.


Ҡайҙа һуң үҙеңә яһап алған илаһтарың? Башыңа бәлә килгән сағында, Ҡотҡара алһалар, улар тороп килһен. Сөнки ҡалаларың нисәү булһа, Илаһтарыңдың һаны шунса, эй Йәһүҙә!


Әйтәһең: „Ғәйебем булмағас ни, Раббы миңә асыуланмай“. Ҡара: „Гонаһ ҡылманым“, – тигәнең өсөн Хөкөм итәсәкмен һине.


Һәр ваҡыттағы һымаҡ халыҡ һинең яныңа килер, Минең халҡым булараҡ ҡаршыңа ултырыр, һүҙҙәреңде тыңлар, әммә әйтелгәндәрҙе үтәмәҫ. Телдәре менән ихласлыҡтарын күрһәтерҙәр, әммә күңелдәре хаҡһыҙ табыш артынан ынтылыр.


Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»


Филиппус һәм Барҫоломай, Томас һәм һалым йыйыусы Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Таддай,


Һеҙгә шуны әйтәм: әгәр ҙә тәҡүә булыуығыҙ ҡанун белгестәренең һәм фарисейҙарҙың тәҡүәлегенән артығыраҡ булмаһа, Күктәр Батшалығына инмәйәсәкһегеҙ.


Доға ҡылғанда ике йөҙлө әҙәмдәр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Доға ҡылып торған саҡта, берәйһенә ҡарата үпкәгеҙ булһа, уны ғәфү итегеҙ. Шул ваҡытта күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе ярлыҡар.


Улар тол ҡатындарҙың йорттарын үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен тип, оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙарҙы айырыуса ҡаты хөкөм көтә.


Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылды:


Ә ҡанун талаптарына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында була. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтәһен дә теүәл үтәп бармаған һәр кемгә ләғнәт булһын», – тип яҙылған.


ашҡынып Мәсих берҙәмлеген эҙәрлекләнем, ҡанун талаптарын үтәү буйынса намыҫым да таҙа булды.


Һин: „Мин – бай, күп байлыҡ тупланым, бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ“, – тиһең. Әммә үҙеңдең ни тиклем бәхетһеҙ, меҫкен, фәҡир, һуҡыр һәм яланғас булыуыңды аңламайһың.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan