Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 17:3 - Изге Яҙма

3 Ҡылған эштәрегеҙгә иғтибарлы булығыҙ. Туғаның һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 Нимә ҡылыуығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Яҡының һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Ҡылған эштәрегеҙгә иғтибарлы булығыҙ. Туғаның һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 17:3
18 Iomraidhean Croise  

Йә, Раббы, Һиңә ялбарып әйттем: «Һин – минең һыйынысым, Тереләр донъяһында насибым!»


Ҡарағыҙ, һеҙ барған ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ – был һеҙгә тоҙаҡ буласаҡ!


Белеклегә шелтә лә һабаҡ, ахмаҡҡа йөҙ туҡмаҡтың да файҙаһы юҡ.


Асыҡтан-асыҡ әйтелгән шелтә, йәшерен һөйөүҙән яҡшыраҡ.


Мыҫҡыл итеүсене шелтәләмә – күрә алмаҫ булыр, аҡыллыны шелтәлә – һине яратыр.


Туғаныңа ҡарата күңелеңдә нәфрәт йөрөтмә. Яҡыныңдың гонаһтары өсөн яуап тотмаҫ өсөн, уны асыҡтан-асыҡ шелтәлә.


Шунан һуң Уның янына Петрус килеп: – Хакимым, туғанымды, әгәр ул миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, нисә тапҡыр ғәфү итергә тейешмен? Етегә тиклемме? – тип һораны.


Һаҡ булығыҙ! Самаһыҙ ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ.


Раббы Хоревта ут эсенән һеҙҙең менән һөйләшкән көндө бер ниндәй ҙә рәүеш-ҡиәфәт күрмәнегеҙ. Шуға күрә һаҡ булығыҙ,


Аллағыҙ Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүен онотоуҙан, Аллағыҙ Раббы бойорғанса, нимәнелер һынландырған боттар яһауҙан һаҡ булығыҙ.


Бары тик абай һәм иғтибарлы бул, үҙ күҙҙәрең менән күргәндәрҙе онотма, ғүмерең буйы хәтереңдә тот. Улар тураһында балаларыңа һәм ейәндәреңә һөйлә.


Берегеҙ ҙә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


Имандаштарым, әгәр арағыҙҙан берегеҙ хәҡиҡәттән тайшанып, икенсегеҙ уны хәҡиҡәткә кире ҡайтарһа,


Хеҙмәт ҡылып тапҡанығыҙҙы юғалтмаҫ, әммә әжерегеҙҙе тулыһынса алыр өсөн, һаҡ булығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan