Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 17:29 - Изге Яҙма

29 Әммә Лут Содом ҡалаһынан сыҡҡан көндә күктән ут менән көкөрт ямғыры яуған һәм барыһын да һәләк иткән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

29 Әммә Лот Содом ҡалаһынан сыҡҡан көндә күктән ут менән көкөрт ямғыры яуған һәм барыһын да һәләк иткән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

29 Әммә Лут Содом ҡалаһынан сыҡҡан көндә күктән ут менән көкөрт ямғыры яуған һәм барыһын да һәләк иткән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 17:29
16 Iomraidhean Croise  

Әгәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ҡайһыларыбыҙҙы иҫән ҡалдырмаған булһа, Беҙ Содом һымаҡ булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек.


Батшалыҡтар араһында иң гүзәле, Халдейҙар даны һәм ғорурлығы Бабил Алла юҡ иткән Содом һәм Ғамора һымаҡ булыр.


Содомды һәм Ғамораны Тирә-яғындағы ҡалалар менән Алла нисек тар-мар иткән, Унда ла һис кем йәшәмәҫ, Әҙәм балаһы ул ерҙә төйәкләнмәҫ, – тип белдерә Раббы.


Нисек Мин һине ташлайым, Әфраим? Нисек Мин һинән баш тартайым, Исраил? Адмаға ҡаршы ҡылғанды нисек һиңә эшләйем? Нисек һине Севоимдай итәйем? Йөрәгем тулғана, Ҡыҙғанам Мин һеҙҙе.


Нисек Содом менән Ғамораның аҫтын өҫкә әйләндерһәм, һеҙҙең ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе лә шулай һәләк иттем. Һеҙ ут эсенән тартып алынған торонбаш хәлендә булдығыҙ. Шунда ла һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –


Шуның өсөн, барлығым менән ант итәм, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы. – Моав Содом һымаҡ булыр, Ғаммон ерҙәре – Ғамора кеүек. Уларҙы ҡый үләне баҫып китер, Баҫыуҙары татырланыр, Ерҙәре мәңгелек сүлгә әйләнер. Халҡымдың тере ҡалғандары уларҙы талап, Ерҙәрен үҙҙәренә милек итеп алыр.


Лут көндәрендә лә шулай булған: кешеләр ашаған, эскән, һатып алған һәм һатып ебәргән, сәскән, төҙөгән.


Әҙәм Улы килеп күренгән көндә лә шулай буласаҡ.


Шулай итеп Содом, Ғамора ҡалаларын да хөкөм иткән һәм көлгә әйләндереп ҡыйратҡан. Ул аллаһыҙҙарҙың киләсәге ниндәй булырын һабаҡ рәүешендә киҫәткән.


Ошо фәрештәләр кеүек, фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Ғамора һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған.


Был ике шаһиттың кәүҙәһе исеме кинәйәләп аталған Содом һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡала урамдарында ятыр. Уларҙың Раббыһы шунда арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған булған да инде.


Алланың нәфрәт туҫтағында әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan