Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 16:1 - Изге Яҙма

1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине: – Бер бай хужалығында идарасы тотҡан. Байға был кешенең мөлкәтен туҙҙырыуы тураһында еткерәләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тигән: – Бер бай хужалығы менән идара итеүсе тотҡан. Байға был кешенең уның мөлкәтен туҙҙырыуы тураһында әйткәндәр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине: – Бер бай хужалығында идарасы тотҡан. Байға был кешенең мөлкәтен туҙҙырыуы тураһында еткерәләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 16:1
19 Iomraidhean Croise  

Әммә Ибрам: – Эй Раббы Хакимым! Миңә нимә бирмәксеһең? Бала атаһы була алманым. Вариҫым кем бит – Дамаск кешеһе Әлиғәзәр, – тине.


Өйҙөң ишеге төбөндә улар баш хеҙмәтсегә мөрәжәғәт итте:


Дауыт Йәрүсәлимгә Исраилдың барлыҡ түрәләрен: ырыу башлыҡтарын, батша хеҙмәтендәге хәрби бүлек етәкселәрен, мең баштарын, йөҙ баштарын, батшаның һәм уның улдарының бар мөлкәте һәм мал-тыуары өсөн яуаплы кешеләрҙе, һарай әһелдәрен, батыр яугирҙәрҙе һәм барлыҡ ғәйрәтле ирҙәрҙе йыя.


Эшендә ялҡау булған кеше – емереүсенең туғаны.


Әммә ул шуны белмәне: Уға ашлыҡты, яңы шарапты, Зәйтүн майын Мин биргәйнем. Бәғел илаһына сарыф иткән Алтын-көмөштө лә муллап Мин тотторҙом.


Кис еткәс, хужа идарасыһына: «Эшселәрҙе саҡырып, эш хаҡын түлә. Аҙаҡ ялланғандарынан башлап, беренселәре менән тамамла», – тигән.


Раббы Ғайса иһә былай тине: – Ә өйҙөң ышаныслы һәм аҡыллы идарасыһы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


Бер нисә көн үткәс, кинйә улы үҙ өлөшөн һатып, бөтә аҡсаһын алып, алыҫ илгә сығып киткән һәм, унда аҙып-туҙып, булған байлығын бөтөргән.


Ә мал-мөлкәтеңде аҙғын ҡатындар менән туҙҙырған был улың ҡайтҡас, уның өсөн хатта һимертелгән быҙау салғанһың!» – тигән.


Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул иң ҡиммәтле һәм зиннәтле кейемдәр генә кейгән, көн һайын ҙур-ҙур мәжлестәр үткәргән.


Бай идарасыһын саҡырып ала ла уға: «Һинең турала нимәләр генә ишетмәйем! Үҙеңдең идаралыҡ эшмәкәрлегеңә иҫәп-хисап яһа, сөнки артабан хужалығымда идарасы була алмайһың», – ти.


Ә өсөнсө хеҙмәтсе килеп: «Хужам, бына тәңкәң, һинән ҡурҡҡанға күрә, уны мин яулыҡҡа төрөп һаҡлап тоттом.


Һируд йортонда идара итеүсе Хузастың ҡатыны Йоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булды. Был ҡатындар үҙ иҫәптәренән Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә ярҙам итәләр ине.


Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да түгел,


Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки алама ниәттән, үҙ ләззәтегеҙҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн генә һорайһығыҙ.


Алланан ниндәй бүләк алған булһағыҙ, һәр ҡайһығыҙ шул һәләт менән бер-берегеҙгә хеҙмәт итегеҙ. Яҡшы идарасылар кеүек, Алла тарафынан бирелгән төрлө һәләттәрҙе ҡулланығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan