Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 13:8 - Изге Яҙма

8 Баҡсасы былай тип яуаплаған: «Хужам, һин уны тағы бер йылға ҡалдырып тор. Мин уның тирә-яғын ҡаҙып йомшартайым, тиреҫ һалайым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

8 Баҡсасы былай тип яуаплаған: «Хужам, һин уны тағы бер йылға ҡалдырып тор, мин уның тирә-яғын ҡаҙып йомшартайым, тиреҫ һалайым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Баҡсасы былай тип яуаплаған: «Хужам, һин уны тағы бер йылға ҡалдырып тор. Мин уның тирә-яғын ҡаҙып йомшартайым, тиреҫ һалайым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 13:8
17 Iomraidhean Croise  

Ҡайһылары караптарҙа диңгеҙ гиҙҙе, Икһеҙ-сикһеҙ һыуҙарҙа юлдар ярҙы.


һәм былай тине: – Бөйөк Хакимым! Әгәр ҙә мине хуш күрһәң, әйҙә беҙҙең менән, бөйөк Хакимым минең! Эйе, был халыҡ тиҫкәре, шулай ҙа беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы һәм енәйәттәребеҙҙе ярлыҡа ла беҙҙе Үҙ биләмәң итеп ал.


Раббы миңә былай тине: – Муса менән Шемуил ҡаршыма баҫып ялбарһа ла, был халыҡҡа күңелем йомшармаҫ ине. Ҡыу уларҙы күҙ алдымдан, китһендәр!


Яҡшылыҡҡа ҡаршы яуызлыҡ эшләйҙәрме ни? Иҫеңдәме, мин алдыңда тороп, Улар өсөн Һиңә ялбарғайным, Уларҙы асыуыңдан ҡурсалағайным, Әле улар миңә соҡор ҡаҙҙы.


Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – илап, Ҡорамдың айуаны менән ҡорбан усағы араһында: „Йә Раббы, халҡыңды йәллә, – тип ялбарһын. – Үҙ биләмәңде хурлыҡҡа төшөрмә, Сит ҡәүемдәрҙең көлкөһөнә ҡалдырма. ‘Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?’ – тимәһендәр“».


Шунан һуң баҡсасыға: «Бына мин өс йыл инде ошо инжир ағасының емешен йыйырға тип киләм, тик таба алмайым. Һин уны ҡырҡып ташла. Ни эшләп ул урын биләп тора?» – тигән.


Алдағы йылда емеш бирмәҫме икән? Бирмәһә, ул саҡта ҡырҡып ташларһың».


Ул баҫыу өсөн дә, тиреҫ өсөн дә яраҡһыҙға әйләнер һәм уны сығарып ташларҙар. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!


Имандаштар, мин ихлас күңелдән Исраил халҡының ҡотолоуын теләйем һәм был турала Аллаға доға ҡылам.


Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән?


Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы Үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтә кешенең тәүбәгә килгәнен көтә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan